Һеҙ – донъя йәне, тормош йәме!07.03.2015
Өс мөғжизә мине әсир алды —
Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.

Өс сер мине уйға, шомға һалды —
Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.

Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.
Төбө күренер бына асылыр ҙа.
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.


Һеҙ – донъя йәне, тормош йәме!Аҡыл эйәһе Мостай Кәримдең оло мәғәнә һалынған ошо шиғыр юлдарын һөйөклө һәм һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күркәм байрамы алдынан доға итеп ятларлыҡ. Гүзәл заттарҙың сер тулы төпһөҙ күҙҙәренән түгелгән саф нурҙар арбай беҙҙең йәнебеҙҙе, уларҙан бөркөлгән ихласлыҡ наҙлай күңелебеҙҙе, һандуғас моңолай та­уыш­тары иркәләй йөрәгебеҙҙе... Бер ниндәй даһи тылсымсы эйә түгел бындай мөғжизәгә!
Донъябыҙға – йән, тормошобоҙға йәм биргән ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙҙең күркәм байрамығыҙ юҡҡа ғына яҙ башына тура килмәгән: беҙҙең өсөн үҙегеҙ яҙ һәм байрам Һеҙ! Йөрәгегеҙҙә һәр саҡ яҙ ҡояшы балҡыһын, күңелегеҙҙә байрам тантанаһы һүнмәһен!


Вернуться назад