Хәрәкәт сикләнә06.03.2015
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 1 — 30 апрелдә республикала төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында йөк транспортының хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә.

Ауыр йөк машиналарына бындай тәртип йәйге осорҙа ла ҡағыла. Ул 1 июндән 31 авгусҡа тиклем һауа температураһы көндөҙ 32 градустан юғары булған осраҡта ғәмәлдә ҡала.


Вернуться назад