Мәктәп ябылмай06.03.2015
Миәкә районының Садовый ауылындағы дөйөм белем биреү мәктәбен ябыу күҙалланмай. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе урынбаҫары, республикалағы Урыҫтар соборы рәйесе Виктор Пчелинцев урынға барып ҡайтҡандан һуң ошо турала хәбәр итте.

Күптән түгел ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары Садовый ауылындағы урыҫ телле мәктәптең ябылыу ихтималлығы хаҡында хәбәр иткәйне. Ата-әсәләр, уҡыу йортон һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам һорап, Урыҫтар соборына мөрәжәғәт итте. Асыҡланыуынса, хәл дөрөҫлөккә тап килмәй. “Берҙәм Рәсәй” вәкилдәре лә, урындағы хакимиәт тә ауылда мәктәптең ябылмаясағына ышандырҙы.


Вернуться назад