Алдынғыларға – Рәсәй Президенты премияһы06.03.2015
“Мәғариф” милли проекты буйынса Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ йәштәрҙең арта барыуы һөйөнөслө: 2006 йылда 112 кеше тәбрикләнһә, 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса республиканың төрлө төбәгенән 138 егет һәм ҡыҙҙың һәләте юғары баһаланды.

Сираттағы еңеүселәр – уҡыу алдынғылары, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа тәүге урындарҙы яулағандар, йәш ижадсылар, спортсылар һәм башҡалар – өсөн республиканың Мәғариф министрлығы, ғәҙәттәгесә, тәбрикләү тантанаһы уҙғарҙы. Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Семак,  мәғариф министры Әлфис Ғаязов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1971 – 1985 йылдарҙағы мәғариф министры Сабир Йыһаншин ҡатнашып, йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе.
Премия алған егеттәр араһында Мәләүез районының Ергән ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиә­ләнеүсеһе Айрат Бикбулатов та бар. Тантанаға ул байтаҡ йылдар дауамында милли көрәш буйынса еңеү яуларға ярҙам иткән тренеры Илмир Юлмөхәмәтов менән килгән.
– Әле XI класта уҡыйым, милли көрәш менән ете йыл шөғөл­ләнәм, – тине йәш батыр. – Киләсәктә лә был юлдан тайпылмаҫҡа, халҡымдың ышанысын аҡларға һүҙ бирәм.


Вернуться назад