Ҡырын эшкә юлыҡһаң...09.02.2012
Пенсионер тип тормағандар

Өфө ҡалаһының Калинин районында йәшәүсе 89 йәшлек әбейҙең йорт ишеген ҡағалар. Таныш булмаған ҡатын үҙен социаль хеҙмәткәр тип таныштыра. Ул пенсионерҙың көнкүреш шарттарын асыҡларға кәрәклеген белдерә.
“Социаль хеҙмәткәр” киткәндән һуң хужабикә һаҡлап тотҡан аҡсаһының юғалыуын һиҙеп ҡала. Әбейҙе албырғатып, ҡатын һиҙҙермәйенсә генә өйҙө тентегән һәм иҫке сәйнүктәге 470 мең һум аҡсаға “айыу майы һөрткән”.
80 йәшлек икенсе пенсионер әбей иһә 32 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Магазин янында әбейгә таныш булмаған ике ҡатын осрай. Ҡыҙының “әхирәттәре” тип таныштырған был икәүҙе әбей фатирына саҡыра. Ул сәй табыны әҙерләгәнсе, “әхирәттәр” аҡса урлап тая.
Ошо ваҡиғалар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә республика полицияһының матбуғат хеҙмәте.

Машинала “йөрөй” белмәһәң…

Бер көн иртән Орджоникидзе районы полицияһына автосервис менеджеры мөрәжәғәт итә һәм ваҡиға урынына барыуҙарын һорай. Унда бәрелгән “Шкода Фабия” машинаһында ике иҫерек эшсе йоҡлап ятҡан була.
Предприятие хеҙмәткәре аңлатыуынса, машинаны һатыуға әҙерләү өсөн кистән сервисҡа ҡалдырып киткәндәр. Хужа машинаһын иртән килеп алырға ниәтләгән. Полицейскийҙар хулигандарҙы уятып, бүлеккә илтә. Унда “һәүәҫкәр автомобилселәр” эш ваҡытында араҡы эсеүҙәрен һәм бер мәлдә машинала йөрөп килергә уйлауҙарын әйтә. Руль артында ла улар эсеүен дауам итә, сиратлап рулгә ултыра һәм ҙур тиҙлектә көрткә сума. Автосервисҡа килеп еткәс, ултырған урындарында йоҡлап китәләр.
Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәренә емерелгән машина хужаһына хәлде аңлатып бирергә тура килә. Хәҙер хужаға машинаны йүнәтергә кәрәк буласаҡ. Автосервис эшселәре енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Шуны ла билдәләргә кәрәк: уларҙың береһе ошондай уҡ ғәмәл буйынса шартлы рәүештә хөкөм ителгән булған. Хәҙер ул колонияға эләгәсәк.

Сит балаға ҡул һуҙмағыҙ!

Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты Өфөлә йәшәүсе 40 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асты. Ул наркотик ҡулланыуға ылыҡтырыуҙа ғәйепләнә.
20 ғинуарҙа полиция хеҙмәткәрҙәре урамда наркотик тәьҫирендәге 13 йәшлек ҡыҙҙы туҡтата. Тыйылған матдәне уға класташ ҡыҙының атаһы биреүе асыҡлана.
Мәғлүмәтте тикшергәндән һуң, полицейскийҙар шикле кешенең наркотиктарға бәйлелеген, уны һаҡлаған өсөн хөкөм ителеүен асыҡлай. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.

Дауаханала ла “аҡса һуғалар”

Баш ҡаланың Ленин районы поликлиникаларының береһендә участка табибына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Уны республика буйынса Тәфтиш комитеты тикшерә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, табип эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын биргән өсөн пациенттарҙан ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Тикшереү фаразына ярашлы, 2011 йылдың октябренән декабренә тиклем 30 йәшлек дауахана хеҙмәткәре медицина документы әҙерләгән өсөн законһыҙ рәүештә 500 һумдан 1,5 мең һумға тиклем аҡса алған.
М. МӨХӘМӘТЙӘРОВА әҙерләне.


Вернуться назад