Һабаҡ алырҙармы, юҡмы?04.03.2015
Тыныс холҡо, янындағыларға матур мөнәсәбәте менән айырылып торған кешеләрҙең енәйәт юлына баҫыуын аңлауы бик ауыр. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә, киләсәккә маҡсаттар менән йәшәй. Ә ниндәйҙер бер ҡәһәрле мәлдә уйламаған енәйәт ҡылына. Шайтан ҡотортоуы шул буламы икән?..

Был ике йәш ир ҙә үҙҙәренең енә­йә­тен тулыһынса танып, тәүбәгә кил­де. Улар­ҙың башын эйеп: “Нисек килеп сыҡҡан­дыр, аңламайбыҙ”, – тигән һүҙҙәрендә хаҡлыҡ та барҙыр. Барыһы ла, әлбиттә, эскелектән башлана. Иғтибар итһәгеҙ, һәр енәйәт тиерлек хәмер йоғонтоһонда ҡылына.
...Был көндә ул һөйгәне менән талашып китә. Өйләнешергә йөрөгән йәш­тәр килә­сәктә ҡайҙа, нисек һәм нин­дәй аҡсаға йәшәйәсәктәре хаҡын­да уртаҡ фекергә килә алмай. Бо­рон­ғоса әйткәндә, “ҡарт ҡыҙ” йәшенә ин­гән һылыуҡай туй мәжлесенең ҡа­батланғыһыҙ матур, са­ғыу итеп ойошторолоуын теләй. Әммә әле бер, әле икенсе урында эшләгән, һәр саҡ тө­ҙөлөш эштәренә ялланған кейәү егете бының мөмкин булмауын белдерә. Ҡыҙ: “Мин кейәүгә бер тапҡыр ғына сығасаҡмын! Шуға күрә матур туй күл­дәге лә, шәп машина ла булырға тейеш!” – тип ярһый.
Егет аҡса еткереп булмаҫы тура­һын­да әйткәс, кәләш: “Ысын ир бул­һаң, табыр инең!” – ти ҙә боролоп китә. Был аяуһыҙ һүҙҙәр егетте шаң­ҡыта. Их, тер­һәкте тешләп булмай шул. Үткән­дәрҙе ҡайтарып булһа, мәктәптә үк яҡшы тор­мошҡа ынтылыр ине. Юҡ шул, туғыҙ класты этә-төртә тамамланы ла һөнәрселек учили­ще­һында уҡыны. Дәрес­тәр­ҙе йыш ҡал­дыр­ған үҫмер менән тәр­биәселәр һөй­ләшеп тә, ата-әсәһен саҡыртып та аҡылға ултыртып маташты. Тик бер ни ҙә килеп сыҡманы. Үҫмер һыра эсеү, тәмәке тартыу, ауыл ҡыҙырыуҙы хуп күрҙе. Шулай йәшлеге лә һиҙел­мәй үтеп киткән, инде йәше утыҙға яҡынлай. Ауылдаш ҡыҙ менән нисек яҡынайып киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡал­ды. Йәше үтеп барған ҡыҙҙың кейәүгә сығырға теләүе аңлашыла ине. Үҙе лә тормош ҡороу тураһында йыш уйлана башланы. Сөнки тиҫтерҙәре күптән әллә нисә бала атаһы, һәр бере­һе­нең – үҙ донъяһы. Был яҡтан уға бор­со­лорға, “ҡайҙа йәшәйем” тип ҡаң­ғы­рырға кәрәк­мәй. Өлкән апай-ағайҙары ситкә киткәс, атай йорто уға ҡалды. Хәҙер инде өлкә­нәй­гән әсәһе лә “килен йомшап ултыр­ғым килә” тип йыш ҡабатлай. Хәйер, ни­сек килеп сығыр, сөнки буласаҡ ҡа­тыны бер нисә мәртәбә: “Үҙебеҙ генә йә­шәһәк, күпкә тыныс булыр. Бер ауыл­дабыҙ бит, әсәйеңә барып ярҙам итеп йөрөрбөҙ, шуға күрә өй һалыу өсөн урын ҡарарға кәрәк”, – тип әйтеп ысҡындырҙы.
Егет өлкән туғандарының атай йортон уға тик әсәйҙе ҡарау шарты менән генә бүләк итеүе тураһында өндәшеп торманы. Шулай ҙа кәләшенең был мәсьәләне йыш күтәрәсәген яҡшы аңланы. Ана, бөгөн дә бит юҡ-юҡтан талаш сығарҙы. Туй күлдәге – иң ҡиммәтлеһе, мәжлес тик кафела бу­лырға тейеш, имеш. Ул урамдарында һатылған иң зәһәр көмөшкәне алып, ауыл ситенә сығып китте. Эскәнен әсәһенә күрһәтеп, борсоғоһо килмәне. Былай ҙа һуңғы ваҡытта йыш ауырый башланы, “Туйыңды күреп буламы-юҡ­мы?” – тип көрһөнөп, күңелен әр­нет­те.
Көҙгө үләнгә ултырып, яңғыҙы әк­рен генә көмөшкә һемерҙе. Шул саҡ янынан элекке дуҫы ҡиммәтле маши­наһында елдереп үтеп китте. Был ни­ңә­лер уның асыуын ҡабартты. Ҡа­сандыр клубҡа бергә йөрөнөләр, ҡыҙҙар артынан саптылар, һыра эс­теләр, тик йылдар уҙғас, аралары һы­уынды. Дуҫы һөнәрселек училищеһын тамамланы, унан ситтән тороп юғары белем алды, ауыл ерендә үҙ эшен асып ебәреүгә лә өлгәште. Ә нисәнсе машинаны алмаштырҙы! Зиһене хә­мер менән томаланған егеттә көнсөл­лөк тойғоһо уянды. “Мин туйымды нисек үткәрергә белмәй аптыранам, ә ул иномаркала елдерә!” – тип ярһыны ул. Бының өсөн элекке дуҫына көн-төн, алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тура килгәне тураһында уйлап та бирмәне.
Ул кинәт башына килгән уйын тор­мошҡа ашырыу өсөн бер дуҫына шылтыратты: “Әйҙә, ауыл ситенә кил. Эсергә берәй нәмә, ҡабымлыҡ ал”, – тине. Ҡатыны, йәш балаһы булһа ла, бер ҡайҙа ла эшләмәгән дуҫының көмөшкә табасағын яҡшы белде. Тиҙҙән уныһы аһылдап йүгереп килеп тә етте. Ҡуйынынан бер шешә кө­мөш­кә, икмәк сығарҙы. Улар тәүҙә өн­дәш­мәй генә хәмер һемерҙе. Шешә тиҙ бушаны. “Их, әҙ булып ҡалды. Үтескә һораһаң, миңә бирмәйҙәр. Бар, һин барып кил”, – тине дуҫы. Уныһы уйын тормошҡа ашырыу ваҡыты килеп еткәнен аңлап: “Ә ниңә теләнселәп йөрөргә? Былай ҙа алабыҙ беҙ уны”, – тине. Дуҫының аңламауын күреп: “Ана, күрәһеңме, беҙҙең байҙың ке­ләте. Унда йоҙаҡ ҡына ҡуйылған. Инәбеҙ ҙә берәй нәмәһен алып осорабыҙ”, – тине.
Әшнәләр тирә-яғына ҡарана-ҡара­на келәт яғына йүнәлде. Йоҙаҡты ерҙә ятҡан тимер менән ҡуптарып асып, эскә үттеләр. “О-о-о, бында нәмә күп! Бер-ике тоғоноң юғалғанын белмәҫ тә”, – тиеште улар.
Ҡыуаныстары сикһеҙ булған әшнә­ләр рейдта йөрөгән хоҡуҡ һаҡсыла­рының килеп ингәнен дә һиҙмәй ҡалды. Улар шунда уҡ ҡулға алынды.
Эйе, ниндәйҙер мәлгә аҡылы тома­ланған йәш ирҙәр, ахмаҡлығы арҡа­һында, төркөм менән эш итеүҙә ғәйеп­ләнде. Бындай енәйәт ҡатыраҡ яза биреүҙе талап итә. Уларҙы ҡара эштәрен аҙағына еткерә алмауы ниндәйҙер кимәлдә һаҡлап ҡалды. Тәүбәгә килгән, ялбарған ирҙәр шартлы рәүештә хөкөм ителде. Әммә ошо ваҡыт эсендә йәмәғәт урынында иҫерек килеш тотолһалар, шартлы хөкөм урынына төрмәгә ебәрелә­сәктәр. Шуға күрә был хәл ғүмер­лек һабаҡ булғандыр, хәҙер инде тырышып тормош көтә баш­ларҙар тип ышанғы килә. Яңылыш аҙымды һәр кемдең яһауы мөмкин, иң мөһиме – уны төҙәтергә үҙеңдә көс табыу.







Вернуться назад