Һин уҡымаһаң, мин уҡымаһам...04.03.2015
“Ҡазанда эшләгәйнем бер заман, халҡына иҫем китте! Милли матбуғат баҫмалары һатылғанын белгәс тә, эркелешеп килә башланылар. Байыраҡтары хатта күберәк итеп алып, башҡаларға тарата торғайны, – тип һүҙ башланы гәзит һатыусы апай. – Ә беҙҙә?.. Халыҡ ни өсөн моңһоҙ икән?..”

Һуңғы арала йәмғиәттә хөкөм һөргән ғәмһеҙлек бигерәк тә ныҡ күҙгә салына. Театрға йөрөгәндәрҙең һаны күп түгел, яҙыусылар менән шағирҙарҙың да ижад кисәләре ярым буш залда үтә. Гүзәл зат­тарыбыҙҙың “Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың” сараһында ла, башҡорт халҡының бөйөк шағиры Ш. Бабичҡа арналған кисәлә лә кеше әҙ ине.
“Өфө-матбуғат” киосктары буйлап йө­рөп сыҡтым. Баҫмаларҙың яңы һан­дары ике-өс кенә данала һатыуға ҡу­йы­ла. Улары ла алыусыһын тапмай ята. “Башҡортостан”, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Йәншишмә” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Ағи­ҙел”, “Шоңҡар” журналдары уҡыу­сы­һын тилмереп көтә. Йәмәғәтселек һаман аңлап етмәй: әгәр бөгөн милли баҫмаларыбыҙҙы юғалтабыҙ икән, ки­лә­сәктә дәүләтселегебеҙҙең һаҡланы­уы икеле.
Яңыраҡ режиссер Айнур Асҡаровтың ҡыҫҡа метражлы “Әсә” нәфис фильмы кинопрокатҡа сыҡты. Уның хаҡында һөй­ләгәндә лә “Хаҡы күпме?”, “Ҡы­ҙыҡ­мы һуң?” тигән һорауҙар яуа. “Өр-яңы башҡорт киноһы – кинотеатрҙа!” тип ҡыуанғандар аҙ төҫлө тойолдо миңә. Әйтерһең дә, беҙҙә көн дә шәп фильм­дар төшөрөлә, башҡорт киноһы сығыу уңайынан кинотеатр­ҙар­ҙа йыш осраша милләттәштәребеҙ! Кешегә арзан хаҡ менән еңел-елпе саралар ғына ҡыҙыҡ­лымы икән әллә? Ҡыҙғаныс...
Рухиәттең кимәле төшөүе хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ, ә уны кем күтәрергә те­йеш һуң? Әгәр мин 100 һумды артыҡ тү­ләүҙән ҡурҡып, “БашАрт”тан башҡортса яҙыулы футболка алмайынса, баҙарҙан Америка флагы төшөрөлгәнде алһам, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Салауат Әбүзәровтың “Хыялый”ын ҡарамайын­са, төнгө клубта ме­ңәр­ләп аҡса түкһәм, кем телен, милли рухын һаҡлар? Ҡайҙа табан тәгәрәйбеҙ һуң, милләттәштәр?!



Вернуться назад