Ғәҙеллек һүҙҙә генәме?04.03.2015
Ғәҙеллек һүҙҙә генәме? (Ғәли Әхмәт, “Кемгәлер – уймаҡ, кемгәлер мискә менән”,
2015 йыл, 25 февраль)
Мәҡәләнең авторы көнүҙәк проб-лема күтәрә. Илдәге йәмғиәттең социаль ғәҙеллек талаптарына яуап бирмәгәне көн кеүек асыҡ. Алған килемгә прогрессив һалым булдырыуға ҡаршы килтерелгән дәлилдәр тик формаль яҡтан ғына дөрөҫ, ә ысынында цивилизация талаптарына яуап бирә тип иҫәпләгән бөтә дәүләттәрҙә прог-рессив һалым тәбиғи һанала.


Байҙарҙың йәмғиәт тормошона йоғон­тоһо башҡаларҙыҡына ҡара­ғанда көс­лө­рәк булғас, һәр кем улар­ҙың күберәк һалым түләргә тейеш икәнен аңлап ҡабул итә. Ошо йәһәттән Көнбайыш дәүләт­тә­ренең миллиардерҙары бындай тәҡдим менән үҙҙәре сығыш яһай. Донъяның иң бай мультимиллиар­дерҙары Билл Гейтс, Уоррен Баффет ошо баш­лан­ғыс­тары менән халыҡ ихтирамын яуланылар ҙа инде. Ә беҙҙәге һалым системаһы буйынса ябай кеше 13 процент түләһә, байҙар төрлө ысулдар ҡулланып, 6-7 проценттан арттырмай. Был йәһәттән ул ысынында ғәҙел һәм тигеҙ түгел, хатта регрессив булып тора.
Прогрессив һалым системаһы эш ха­ҡын конвертта түләүҙе арт­тырасаҡ, тип ҡурҡытыу дөрөҫ тү­гел. Республикала ғына төрлө фе­дераль күҙәтеү органдарының дөйөм һаны 33-кә барып етте. Улар кеше­нең килем сығанаҡтарын, суммалары артынан күҙәтә алмаясаҡ, тип әйтеү дәү­ләт чиновниктары өсөн оят булырға те­йеш. Тимәк, был контроль системаһы үҙ функ­цияһын үтәй алмай тигәнде аңлата. Иҡтисадтың яртыһынан күберәк өлөшө дәүләт ҡарамағында тора. Бында тейешле күҙәтеү булдырыу техник яҡтан хәл итмәҫлек пробле­ма түгел. Ябай халыҡты шәхси секторҙағы эш хаҡына ҡарағанда, төрлө дәүләт корпорациялары менеджер­ҙары алған бер нисә миллионлаған эш хаҡы борсой түгелме?
Тағы ла бер мөһим проблема. Иң бай 10 процент халыҡ менән иң ярлы 10 процент араһындағы айырма ни тиклем ҙур булһа, уның иҡтисадҡа шул тиклем ҙур тотҡарлыҡ яһағаны ябай уҡыусыға ла мәғ­лүм. Әммә ошоға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙәге айырма бөгөн ҡурҡыныс кимәлгә етте. Был, бер яҡтан, ябай хеҙмәт кешеһендә мотивацияны бөтөрә – хөкүмәт һәм бизнес башлыса мигранттарға ғына өмөт бағлай, ә үҙебеҙҙең кешегә лайыҡлы эш юҡ. Икенсенән, байҙар артыҡ аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Кемдер алтын унитаз ҡуйҙыра, кемдер шампан шарабы тулты­рылған ваннала йөҙә…
Был тенденцияның артабан да дауам ителеүе бөтә йәмғиәт өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Ошо шарттарҙа Украиналағы “майҙан” малай-шалайҙарҙың һуғыш уйы­ны ғына булып күренәсәк. Быны аңларға ваҡыт. Ябай ғына миҫал килтерәм. Йыш ҡына сәйәсмәндәр статистика органда­ры­ның уртаса эш хаҡы тураһында мәғлү­мә­тен үҙ файҙаһына килтерергә ярата. Мәҫәлән, уртаса эш хаҡы 28 мең һумға етте, тиҙәр. Бының өсөн бер кешенең айына 2 миллион, ә 100 кешенең 8280 һум алыуы етә (быны һәр кем тикшереп ҡарай ала). Ошо минималь эш хаҡын алған күпселек был мәғлүмәтте ишетеп асыу­лана. Статистика бында алдамай шул, уртаса эш хаҡы теүәл 28 мең һум сыға. Әммә был күрһәткескә таянып эш итһәң, күп хаталарға дусар булаһың. Айына 8280 һум алған кеше был суммаға лайыҡлы тормош ҡора алмай. Аҡсаһы ни бары икмәк-сәй, торлаҡҡа түләү өсөн генә етә. Әгәр ҙә дәүләт бай кешенең 1 миллионын ҡалған 100 кешегә бүлеп бирһә, уларҙың эш хаҡы 18280 һумға етәсәк (уртаса эш хаҡы 28 мең ҡаласаҡ). Был 100 кешенең айына өҫтәмә 100 кейем-һалым, телефон һ.б. һатып алырға мөмкинлеге тыуасаҡ. Ябай ғына үҙгәреш бөтә иҡтисадты үҫтереүгә ҙур булышлыҡ итәсәк.
Санкт-Петербургтағы супермаркетта май урлаған тигән ғәйеп тағылған, блокаданы кисергән ветеран фажиғәһен генә алайыҡ. Күпме түрә урлаған миллиардтары өсөн нисә йыл инде бер ниндәй язаға тарттырылмай йөрөй. Ә бында бер ҡап май өсөн супермаркет һаҡсылары ғына түгел, полиция ла ябай кешене төрмәгә һөйрәргә әҙер торғас, беҙҙәге системаның кемгә хеҙмәт иткәне сер түгел.
Федераль министр кимәлендә эш хаҡы алған 450 депутат һәм 100-ҙән ашыу сенаторҙы ла дәүләт иҫә­бенә тотоу дөрөҫ түгелдер. Совет осоронда депутаттар бушҡа эшләне. Ә бөгөн хәл нисек? Халыҡ һайлап ҡуйған вәкилдәр ҡабул иткән закон­дар­ҙың кимә­ле шул тиклем түбән: улар ҡа­бул ителеп өлгөрмәй, яңы­нан-яңы өҫтәмәләр, үҙгә­реш­тәр инде­рергә кәрәк булып сыға. Педофилдар тураһын­да­ғы законды ғына алайыҡ. Нисәмә йыл ошондай енәйәт­селәрҙе химик, хирургик юл менән кастрациялау тураһында бәхәс барҙы. Ҡабул ителгән закондың яҡшы йоғон­тоһо булманы тиерлек. Теге йәки был төбәктә педофилдар ҡурҡма­йынса, даими рәүештә вәхши­лек менән шөғөлләнеүен дауам итә. Бына нисә саҡыры­лыш буйынса бер фракциянан икенсе­һенә күсеп йөрөгән депутаттарҙы хәҙер Интерпол аша эҙләй башланыҡ. “Сколково”ла бер лекция өсөн өс миллион һум аҡса алған депутат Пономарев, әйткәндәй, уның әсәһе лә депутат икән, ҡасып йөрөй, ә эш хаҡы түләнә. Закон сығарыуҙы табыш алыу кәсебенә әйләндереү уларҙың профессионаллеген күрһәтмәй шул. Депу­тат­тар араһында мәрхүм Василий Шан­ды­биндан һуң хеҙмәт кешеһен күр­мәҫһең тиерлек.
Владимир Путиндың һәр мәсьәләне күҙәтергә ваҡыты ла етмәйҙер. Әммә Рәсәй Хөкүмәтенең, парламентының, урын­дағы властың социаль ғәҙеллекте яҡлап тороуы йәмғиәтебеҙ өсөн бик мөһим.


Радил МӨХӘМӘТДИНОВ,
профессор.


Вернуться назад