Ҡыҫҡаса...04.03.2015
Немец ғалимдары колорадо ҡу­ңы­ҙы­нан үҙе һаҡлана торған бәрәң­ге төрөн уйлап тапҡан.
***
Украинаның Дебальцево ҡала­һының 80 проценты емерелгән һәм яндырылған.
***
Ҡытайҙа власты үҙ файҙаһына уҫал ниәттән файҙаланған һәм ур­лашыуҙа ғәйепләнгән 14 генералға тикшереү эше ҡуҙғатылған.
***
Рәсәй Президенты Владимир Путин Белоруссия Президенты Алек­сандр Лукашенконы Александр Невский ордены менән бүләкләргә ҡарар итте.
***
Рәсәйҙең “Йәйәүлеләр союзы” хәрәкәте рәйесе Владимир Соколов әйтеүенсә, тиҙҙән уҡыусыларҙың мәктәп кейеменә яҡтыртҡыслы ту­ҡы­ма тегелеүе ихтимал. Был тәү­лек­тең ҡараңғы мәлендә бала­лар­ҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк.
***
Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең билдәле спортсыһы, ике тапҡыр Олимпия чемпионы Елена Иҫәнба­ева ҙур спортҡа кире ҡайтты. “2016 йылда үтәсәк Олимпия уйындарында ҡатнашҡандан һуң карьерамды тамамлаясаҡмын”, – ти ул.
***
Күптәр минераль һыуҙың организм өсөн зарары юҡ тип уйлай. Был, ысынлап та, шулаймы? “Росконтроль” тикшереүселәре ҡайһы бер һауыттарҙағы эсемлектең ял­ған, икенселәренең радиоактив булыуын асыҡлаған.
***
Республикала 1 апрел­дән 16-һы­на ҡәҙәр экологик өмәләр үткә­реләсәк.






Вернуться назад