Уңыш серен асырҙар04.03.2015
Уңыш серен асырҙар Республикабыҙҙа Мәғариф министрлығы, Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге һәр төрлө бәйгеләрҙе йыш үткәрә. Әле баш ҡаланың 64-се һөнәрселек лицейында “Һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы йәш уҡытыусыһы” тигән республика конкурсы башланды.


– Тамаша залында йәштәрҙең күплеге шатландыра, – тине Башҡортостан Мәғариф министрлығы белгесе Виктор Набатов. – Тимәк, егет һәм ҡыҙҙарҙың күңелендә уҡы­тыусы һөнәренә ҡыҙыҡһыныу кәмемәй. Са­раның маҡсаты – ярыштан бигерәк улар­ға һөнәр һай­лауҙа йүнә­леш би­реү.
64-се һөнәрселек лицейы директоры Рәмил Ҡаһиров, уҡыу йорто менән ҡыҫҡаса таныштырып, конкурсанттарға уңыш теләне.
Оҫталыҡта һигеҙ уҡытыусы – Людми­ла Дьяконова (Бөрө күп профилле һө­нәр­селек колледжы), Лилиә Ялаева (Нефтекама күп профилле колледжы), Вадим Абдуллин (Өфө ҡа­ла­һының 83-сө һө­нәр­селек лицейы), Инес­са Косолапова (Өфө ҡалаһының 13-сө һөнәр­се­лек лицейы), Надежда Румянцева (Бала­ҡатай районының 108-се һө­нәр­селек училищеһы), Лилиә Ғибәҙуллина (Ейән­сура районының 116-сы һөнәрселек лицейы), Гөлназ Хөсә­йе­но­ва менән Динара Хәми­ҙул­лина (Стәрлета­маҡ ҡалаһының 3-сө һөнәр­селек лицейы) көс һынаша.
Егет һәм ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныш­тыр­ғандан һуң оҫталыҡ дәресе күрһәтте, артабан һәр кем үҙ предметы буйынса таныш бул­маған аудиторияла дәрес бирҙе. Уңыш сере нимәлә? Уны бөгөн, бәйге тамамланған көндә, белербеҙ.


Вернуться назад