Идара итеү еңелме?04.03.2015
Баш ҡалала республика район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары ҡатнашлығындағы семинарҙа ошо һорауға ла яуап эҙләнеләр.

“Муниципаль идара: уның һөҙөмтәлелеген арттырыу юлдары, алымдары һәм технологиялары” тип аталған сараның маҡсаты урындағы етәк­селәрҙе һөнәри яҡтан камиллаштырыу ине. Бындай семинар республика Башлығы Рөстәм Хәмитов башланғысы менән бер нисә йыл рәттән үтә.
Хакимиәт башлыҡтары алдында Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре сығыш яһаны.
Йыйында төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды, муниципалитеттар менән дәүләт власы араһында хеҙмәттәшлек, кадрҙар сәйәсәте, урындарҙа коммуникатив технологиялар ҡулланыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Лекциялар менән бер рәттән көнүҙәк мәсьәләләргә арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү планлаштырылған.



Вернуться назад