“Алтын ҡурай” ауылы төҙөләсәк04.03.2015
Ҡырмыҫҡалы районында “Алтын ҡурай” туристик-эш комплексын ойоштороу проекты ғәмәлгә ашырыла. Мәҙәниәт министрлығында үткәрелгән коллегия ултырышында министрҙың беренсе урынбаҫары Валентина Латипова ошо теманы күтәрҙе.

Объект ҡунаҡхана-эш үҙәген һәм 40 мил­ли ихатанан, муниципаль берәмек вәкил­лектәренән торған “Берҙәмлек” этнографик комплексын үҙ эсенә ала. “Алтын ҡурай” үҙәгендә конгресс-холл, 40 урынлыҡ ресторан, 160 бүлмә урынлашасаҡ. “Берҙәмлек” этноауылында шәхси ярҙамсы хужалыҡ, һөнәрселек оҫтаханалары ойоштороу, ҡу­наҡ йорттары һалыу күҙаллана. Бынан тыш, “Алтын ҡурай” ҡарамағында “Айғыр” ат спорты комплексын, “Республика” балалар һәм йәштәр өсөн һауыҡтырыу үҙәген, төрлө йүнәлештәге фермер, балыҡ үрсетеү ху­жалығын, аҙыҡ-түлек комбинатын асыу, 1500 өйҙән торған ҡасаба төҙөү ҡарала.
Проектҡа 300 гектарҙан ашыу майҙан бүлеү күҙҙә тотола. Туристик-эш комплексында төрлө фестивалдәр, бәй­ге­ләр, халыҡ байрамдары уҙғарыласаҡ, ҡунаҡтар ҡабул ителәсәк. Комплекс баш ҡаланан 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Тауһеңер күле янын­да урынлаша. “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан унда 15 минутта барып етергә мөмкин.






Вернуться назад