Телдәр белгән — илдәр белгән04.03.2015
Өфөнөң 39-сы гимназияһында билдәле төркиәтсе, мәшһүр ғалим, тел белгесе, яҙыусы, профессор Жәлил Кейекбаев исемендәге IV республика туған телдәр фестивале уҙғарылды.
Башҡортостан менән ЮНЕСКО араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыуға ярашлы ойошторолған сараның маҡсаты – уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, халыҡтар араһындағы мәҙәни бәйләнеште үҫтереү.
Фестивалдә ЮНЕСКО-ның ассоциациялы мәктәптәре, дуҫлыҡ клубтары уҡыусылары, 39-сы гимназияның “Киләсәк өсөн уҡытыу” халыҡ-ара проектындағы хеҙмәттәштәре, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәрендәге партнер мәктәптәр вәкилдәре ҡатнашты. Ошо илдәрҙең фәнен, мәҙәниәтен, иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индергән фиҙакәр шәхестәрҙең ижади һәм ғилми мираҫы менән дә таныштырыу ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.