Минең ҡаһарман ҡайным09.02.2012
Минең ҡаһарман ҡайнымҠайным, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхелбаян Мәғәлим улы Мәғәлимов тураһында бәйән иткем килә. Ул Саҡмағош районының Тоҙлоҡуш ауылында тыуа.
Дәһшәтле һуғыш башланғас, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ебәрелә һәм Бәҙри Мәмбәтҡолов эскадронына индерелә. Бер нисә ай Авдонда хәрби әҙерлек үткәндән һуң фронтҡа китәләр. Һуғыш бөткәнсе бергәләп дошман менән аяуһыҙ көрәшәләр һәм еңәләр!
Беренсе көндәрҙән үк ҡайным үҙен ҡыйыу һуғышсы итеп таныта. Эскадрон старшинаһы була. Башҡорт кавалерия дивизияһын иң-иң ауыр саҡтарҙа ла аҙыҡ-түлек, һуғыш өсөн кәрәк әйберҙәр менән тәьмин итә.
Юлино-1 хуторы өсөн барған аяуһыҙ көрәштә Фәтхелбаян Мәғәлим улы үҙенең взводын дошман ҡамауынан алып сыға. Тап ошо рейдта легендар генерал Шайморатов батырҙарса һәләк була. Ғөмүмән, унда Рәсәй үҙенең байтаҡ данлы улдарын юғалта. Корпус командиры генерал Борисов әсирлеккә төшә, уның урынбаҫары генерал Дудко, штаб начальнигы полковник Сабуров, сәйәси бүлек начальнигы Карпушенко, оператив бүлек начальнигы полковник Надашкевич һәм башҡа бик күптәр дошман ҡамауын өҙгән саҡта баштарын һала.
Был хәл 1943 йылдың 23 февралендә була. Унда күрһәткән батырлығы өсөн ҡайным Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә, ләкин ни сәбәптәндер ала алмай. Рейдҡа инер алдынан генерал Шайморатов менән ат эйәрендә килеш һөйләшеү була. Генерал, үҙенең ап-аҡ толпарында сабып йөрөп, һуғышсыларҙы дәртләндерә. Ҡайныма ла: “Старшина, мин һиңә ышанам, һин взводыңды ҡамауҙан алып сығырһың!” — тип көслө тауыш менән әйтә. Ҡайным уның әмерен еренә еткереп үтәй. 1943 йылда, ҡаты яраланып, госпиталдә ята, һауығып сыҡҡандан һуң үҙе хеҙмәт иткән дивизияға ҡайта һәм артдивизион минометсылар взводының командир ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Был ваҡытта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына, рейдтан ҡайтҡас, маҡтаулы гвардия исеме бирәләр, уны 16-сы (башҡорт) атлы гвардия дивизияһы тип атайҙар.
Фәтхелбаян Мәғәлим улы 16-сы Башҡорт атлы гвардия дивизияһы составында үҙенең хәрби дуҫтары менән ауыр һуғыш юлы үтә һәм Еңеү көнөн Бранденбургта ҡаршылай, ә тыуған ауылына 1945 йылдың авгусында ғына күкрәгенә орден, миҙалдар тағып ҡайтып төшә. Күрһәткән батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, III дәрәжә Дан ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Варшаваны азат иткәне өсөн” миҙалдары менән наградлана. Берлинға һөжүм итергә юл асып, илбаҫарҙарҙың оборонаһын өҙөүҙә ҡатнашҡан өсөн Юғары Баш командующийҙан рәхмәт тә алған ул.
Ҡайнымдың бер һуғыш эпизодын һөйләгәне иҫтә ҡалған. Взводы менән ҡамауға ҡалалар. Әммә береһе лә ебеп төшмәй. Пулеметта патрондарҙы һаҡлап ҡына атырға ҡуша. Барлыҡ уйы — взвод менән был ҡамауҙан иҫән-һау сығыу.
Гитлерсылар яҡынға ғына ике миномет килтереп ҡуя ла ут аса. Фашистарҙың атакаһын бер нисә тапҡыр кире ҡағалар. Һанаулы ғына һалдаттың шулай аяуһыҙ көрәшеүенә таң ҡалған дошмандар ике минометтан снаряд яуҙыра башлай, үҙҙәре “Рус, сдавайся!” тип ҡысҡыра. Уларҙың тауышы шул тиклем асыҡ ишетелә, ти, баҡһаң, рупорҙан ҡысҡырғандар икән. Ҡайным янына грузин егете Николашвели шыуып килә лә: “Мин футболсы, футбол уйнағанда беҙ немецтарҙан бер ваҡытта ла еңелмәнек, бер ваҡытта ла уларға әсир төшмәйәсәкмен!” — ти. Ҡайнымдың күҙенә йәш төйөлә. Был егеткә сикһеҙ рәхмәте була ул күҙ йәше.
Улар ҡараңғы төшкәнсе нисек тә немец ҡулына эләкмәҫ өсөн бөтә белгән һуғыш таһыллығын эшкә егә. Снаряд төшөп яһаған бер соҡорҙан икенсеһенә һикерәләр. Ике пулеметта ла патрондар бөтә. Шул саҡ баяғы футболсы грузин егете, командир ҡайныма килеп, ҡамауҙан сығыу юлын тәҡдим итә. “Бөтәбеҙгә лә яу яланынан футбол уйнаған кеүек, ныҡ шәп итеп, зигзаг менән йүгерергә кәрәк”, — ти ул. Бәхеткә, ҡараңғы ла төшә башлай. Ай ҡалҡҡансы шулай эшләйҙәр ҙә. Грузин егете — иң алдан, ҡалғандар уның артынан йүгерә. Шулай йән-фарман йүгереп, урманға килеп инәләр. Бер нисә сәғәттән үҙебеҙҙең совет һалдаттарына барып ҡушылалар. Һуғыштан һуң грузин егете ҡайныма ауылға посылка һала. Уның эсе тулы мандарин, апельсин була.
Ҡайным һуғыштан һуң Тоҙлоҡушҡа ҡайта. Уны өҙөлөп көткән ҡатыны, балалары ҡаршы ала. Әммә ҡатыны баланан һуң һалҡын тейҙереп вафат була. Бәләкәс Фәниләгә алты ғына ай тулып өлгөрә. Биш балаға әсәй булырға минең иремдең әсәһе Мәьмүнә риза була. Улар матур итеп донъя көтә башлай.
Ҡайным менән тағы биш балаға ғүмер бирәләр. Әле уларҙың алтауһы иҫән-һау, төрлө тармаҡтарҙа, ҡайнымдың үҙе кеүек, тырышып, ғәҙел эшләйҙәр. Ҡайһылары хаҡлы ялда. Ҡайным да һуғыштан һуң агроном, бригадир, ферма мөдире булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та һуғыш һәм хеҙмәт ветераны йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Өфөлә беҙҙең менән дә йәшәп алды. Улдарым Рөстәм менән Русланды Димдәге Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары парадына алып бара торғайны. Бындай осрашыуҙарҙан һуң балалар үҙҙәренең олаталары, ветерандар менән бик ғорурлана.
Ҡайным 93-сө йәшендә мәрхүм булды. Был юғалтыуҙы беҙ бик ауыр кисерҙек.
Бына шундай мәрхәмәтле лә, ҡаһарман, батыр йөрәкле лә ине минең ҡайным! Һәр ваҡыт айыҡ аҡыллы, үткер йәшкелт-зәңгәр күҙле, ҡарсыға танаулы, мыҡты кәүҙәле, туҡһаны тулғанда төҙ, тура баҫып, бик бөхтә кейенеп йөрөнө ул. Рамазан шәриф айҙарында ураҙа тотто. Йома көндәрендә мәсеткә йөрөнө. Аллаһы Тәғәләне лә, кешеләрҙе лә хөрмәт итте. “60 йәшендә лә, йәш-елкенсәкте хайран итеп, өҙәнгеһеҙ, сабып барған атҡа һикереп менеп ултырыр ине”, — тип һөйләй ауыл кешеләре. Был уның кавалерист булыуының һөҙөмтәһелер, тип уйлап ҡуям.
Һуғыштың бер көнөндә (ул ваҡытта ҡайным орудие командиры була) дивизия артиллеристары немецтарҙың Польшала сигенеүен 12 сәғәт тотҡарлап тора. Был аяуһыҙ алышта расчеттың бөтә һуғышсылары ла тиерлек батырҙарса һәләк була, ә дошман яғынан 200-ләп һалдат юҡ ителә. Төндә иҫән ҡалған артиллеристар ваҡытлыса сигенә. Ҡайным был ҡаһарманлығы өсөн III дәрәжә Дан ордены менән наградлана.
Был батырлыҡ хаҡында яҙыусы Әхтәм Ихсан “Саҡма тояҡ аттарҙа” тигән документаль китабында яҙа. Ҡайнымдың исем-фамилияһы үҙгәртелмәй. Уларҙың эскадрон командиры Бәҙри Мәмбәтҡолов ҡайным хаҡында “Сибайский рабочий” гәзитендә лә яҙып сыға. Ҡайным яуҙаштарының батырлығы хаҡында ғорурланып иҫкә ала торғайны. Саҡырыу буйынса мәктәптәргә йөрөнө, иҫтәлектәрен уҡыусыларға һөйләне.
Ҡайнымдың яҡты донъянан китеүенә 14 йыл булып китте. Тик батырҙар онотолмай, ә ул ҡаһарман үҙеңдең яҡын кешең булһа — айырыуса.
Ғәшиә МӘҒӘЛИМОВА,
хеҙмәт ветераны.


Вернуться назад