Сәләмләп ҡул болғап ҡалалар04.03.2015
Баймаҡтан Өфөгә юлланған саңғысылар менән даими бәйләнештәбеҙ. Был акцияны улар Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлай.
“Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры, команда етәксеһе Илшат Хәмитов билдәләүенсә, ауылдар аша үткәндә халыҡтың уларҙы танып тороуы, теләктәшлек күрһәтеүе күңелгә дәрт өҫтәй, ҡанатландыра. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауылынан уҙып барышлай бер нисә кеше юл сатында сәләмләгән, уңышлы сәфәр теләп ҡул болғап ҡалған. Әйткәндәй, Түбәнге Төкөндән Яңы Троицкиға тура сыҡҡандар, унан Шәрипҡолға боролғандар. Ә инде Олокүл ауылы мәктәбендә Баймаҡ – Өфө саңғы марафонында ҡатнашыусыларҙы осрашыу көтә.
Әйткәндәй, Баймаҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә саңғы буйынса тренер булып эшләгән Азат Сыңғыҙов командала – иң йәше. Ә Баймаҡ ауыл хужалығы колледжында физиканан уҡытҡан Хәйҙәр Моталлапов – иң олоһо.