Бүре урман-ҡырҙарҙы сирле йәнлектәрҙән “таҙалауы”, йоғошло ауырыуҙарға юл ҡуймауы менән тәбиғәткә ҙур файҙа килтерә. Ләкин был йыртҡыс күбәйеп китһә, ауыл хужалығы өсөн хәүеф янай башлай. Һуңғы йылдарҙа төбәктә “урман санитарҙары”ның артыуы күҙәтелә. Былтыр август – октябрь айҙарында район биләмәһендә бүреләрҙең 85 баш һарыҡты тамаҡлап китеүе рәсми теркәлгән. Уларҙан бер нисә ауыл предприятиеһы, шәхси хужалыҡ зыян күргән.
Һөҙөмтәлә район етәкселеге Һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәтенә бүреләрҙе аулау бурысын ҡуйған. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан рөхсәт алынған, тейешле документтар юлланған.
Яҡтыкүл ауылынан егерь Таһир Ҡаранаев – байтаҡ бүре аулаған кеше. Уның атаһы Булат Ҡаранаевтың да һунарсы тигән даны тирә-яҡҡа таралған.
– 2013 йылда өс баш бүре алғайным, былтыр атырға тура килмәне. Быйыл бер ай эсендә һигеҙҙе эләктерҙем, шуларҙың дүртәүһе – инә, – ти Таһир Ҡаранаев. – Бүре бик талымһыҙ, хәйләкәр, арымай тиҫтәләрсә саҡрым юл үтә. Ауға, ғәҙәттә, таңғы сәғәт дүрттәрҙә сығам, сөнки көндөҙ йыртҡыс күҙгә бигүк салынып бармай, шырлыҡҡа боҫа. Һуңғыларын Яңы Ҡауарҙы, Уҫман ауылдары янында атып алдым.
Бынан тыш, батыр йөрәкле егерь кейек-йәнлектәрҙе һаҡлау сараһын күрә, ҡабан, мышыларға тоҙ, фураж һала, ҡыр кәзәләренә бесән әҙерләй, “урман халҡы”ның иҫәбен алып бара. Әллә ни күҙгә салынмаһа ла, егерь эшмәкәрлеге ҡыҙыҡлы ла, ҡыйыулыҡ та талап итә.