Башҡорт теленең өс тағаны04.03.2015
(Аҡъюл, “Ҡыуаҡан ҡойроғо” ҡасан ҡырҡылыр?”,
2014 йыл, 6 сентябрь)
Ошо йәһәттән уға эске импульс биреүҙә, әйтелгәнсә, Рөстәм Хәмитовтың республика­ның төньяҡ-көнбайыш башҡорттары теленең үҙаллы диалект икәнлегенең фәнни күҙлектән инде аныҡланған икәнлеген иҫкә төшөрөүе ҙур әһәмиәткә эйә булды. Был – телебеҙҙең дәүләт теле статусының тотош республикала үҙ көсөнә инеүенең рәсми рәүештә танылыуына тиң ваҡиға. Асылда шуның менән төньяҡ-көнбайыш диалектына милли тормоштағы быуаттар төпкөлөнән килгән үҙ урыны ҡайтарып бирелде. Күп һөйләшле башҡорт теле, шулай бер көн килеп, республикала бер бөтөндө хасил итеү мөмкинлеген алды.
Һис шикһеҙ, башҡорт телендә өс диалект барлығының тел ғилеме сиктәренән сығып, дәүләт әһәмиәте кимәлендә танылыуы күп быуатлыҡ башҡорт теле тарихында яңы һүҙ булды. Шуның менән башҡорт теле тәү тапҡыр үҙенең дәүләт статусын тотош республикала бер үк дәрәжәлә атҡарыу мөмкинлеген ала ине. Был һәр һөйләштең этник нигеҙе һаҡланған хәлдә уның уҡыу-яҙыуҙа тотош этносҡа берҙәй үк хеҙмәт итеүгә һәләтле булыуына ҡайтып ҡалды.
Әлбиттә, башҡорт теленең дәүләт статусының республикала этнографик картаһы үҙгәреүенең аныҡ дәлилгә әүерелеүе, аңлашылыуынса, уның ғәмәлдә булыуына йоғонто яһамай ҡала алмай ине. Ә дәүләт теленең бары әҙәби тел аша ғына ғәмәлгә инеүе мөмкин. Шул сәбәпле был әҙәби телдең, урыҫ теле менән бер дәрәжәләге дәүләт теле булараҡ, уның кеүек үк уҡыу-яҙыуҙа һәр башҡорт һөйләшенә бер үк дәрәжәлә хеҙмәт итеүгә һәләтле булыуы кәрәк ине. Башҡорт теленең иһә был йәһәттән күп быуатлыҡ тәжрибәһе бар. Ул ғәрәп, фарсы, төрки (сығатай төркие) әҙәби телдәрен ҡулланған оҙайлы дәүерҙә бер ваҡытта ла этник сығышын онотманы, үҙенә тоғролоҡ һаҡланы, шуның менән күп һөйләшле халҡының үҙен бер бөтөн итеп тойоуына ныҡлы һәм ышаныслы таяныс булды. Әле килеп, уның алдында үҙенән элгәрге телдәр һымаҡ уҡ уның бер бөтөнлөгөнә хеҙмәт итеү бурысы тора ине. Бының өсөн уның үҙенең дә, шул телдәр кеүек, бөтә һөйләштәргә лә уртаҡ уҡыу-яҙыу теле булып танылыуға һәләтле булыуы кәрәк. Быға ул шундай әҙәби тел аша ғына өлгәшә ала ине.
Хәҙерге башҡорт әҙәби теленә ошолай күҙ һалғанда, уны өс этапҡа бүлеп ҡарарға булалыр. Тәүгеһе Тамъян-Ҡатай һөйләшенең әҙәби тел итеп алыныуы һәм шул нигеҙҙә Ҡыуаҡан һөйләшенең “төп башҡорт теле” итеп танылыуы булһа, икенсеһе башҡорт телендә ике генә диалект – көньяҡ һәм көнсығыш – барлығын раҫлауға нигеҙләнгәйне. Республиканың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары теленең үҙаллы диалект итеп танылыуы яңы, өсөнсө этаптың үҙ көсөнә инеүе булды.
Күреүебеҙсә, башҡорттарҙың әҙәби теленең быуатҡа яҡын дәүерҙә уҙған юлы ябайҙан уҡ түгел. Ул барлыҡ һөйләштәргә бер үк дәрәжәлә хеҙмәт итеүгә күсә алһын өсөн башҡорт телендә өс диалект барлығының танылыуы кәрәк булды. Ошо юлдың тәүге этабында быға бер генә һөйләштең “төп башҡорт теле” тип һаналыуы аяҡ салһа, икенсе этабында башҡорт телендә ике генә диалект барлығының асыҡтан-асыҡ яҡланыуы үҙенекен итте. Ике осраҡта ла тик фараз итеүгә генә ҡоролған ҡараштың өҫтөнлөк алыуының үҙ сәбәптәре бар ине. Был иң элек уның иң юғары инстанция кимәлендә хәл ителеүенә ҡайтып ҡалды.
Тәүге осраҡта был Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты (БашЦИК) Президиумы рәйесенә бәйле булһа, икенсе осраҡта ул КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары йөҙөндә шундай хәлгә ҡуйылды. Ошо арҡала күрһәтмә көсөнә инеп, һуңғы һүҙ итеп ҡабул ителде. Ҡыуаҡан һөйләшенең “төп башҡорт теле” булыуы, башҡорт телендә ике генә диалект барлығы шундай шарттарҙа уйлап сығарыла һәм йәмәғәтселеккә көсләп тағыла. Аңлашылыуынса, тел өлкәһендә яңы ҡараштың өҫтөнлөк алыуы һәм шулай уҡ рәсми танылыуы өсөн шундай уҡ юғары кимәлдә яҡланыуы кәрәк ине. Асылда был төньяҡ-көнбайыш башҡорттары теленә ҡайтып ҡалды. Үҙаллы диалект икәнлеге фәнни йәһәттән асыҡланыуына ҡарамаҫтан, ул башҡорт һөйләштәре ғаиләһендә һаман да әле үҙ урынын таба алмай килде. Ҡасандыр республикала иң һуңғы инстанция юғарылығында ситләтелгән кеүек, ул шул кимәлдә танылыуын көттө һәм, бөгөн килеп, Башҡортостан Башлығы юғарылығында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты үҙ туған теленә рәсми ҡайтарылып бирелеүен тапты. Был республика сиктәрендә бөтә башҡорт һөйләштәре өсөн дә дәүләт теле статусының бер үк дәрәжәлә гарантияланыуының тарихҡа инеп ҡалыр факторы булды. Шуның менән башҡорт теленең өс диалекты ла бер бөтөн булып үҙ халҡына хеҙмәт итеү мөмкинлеген алды.
Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов – ике диалектҡа – көньяҡ һәм көнсығыш – нигеҙләнгән хәҙерге башҡорт әҙәби теленең быуатҡа яҡын дәүерҙә үҙ халҡының ижтимағи-сәйәси һәм рухи-мәҙәни үҫешендә тотҡан урынына киң йәмәғәтселек алдында аныҡ баһа биргән тәүге дәүләт етәксеһе. Башҡорт теленең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә тарихи аспектта яҡын килеү уға шундай һығымта яһау мөмкинлеге бирә лә. Беҙ бер мәҡәләбеҙҙә уның “Башҡорт теленең, бүтән телдәр һымаҡ, донъя мәҙәниәтендә уникаль күренеш булыуын онотмайыҡ”, “Башҡорт теле – иң көслө һәм үҙаллы телдәрҙең береһе” тигән һүҙҙәрен килтереп үткәйнек инде. Ә инде уның “Был телдә бик күп әҫәр яҙылған, фәлсәфәүи трактаттар бар”, “Ул – уҡымышлы, белемле, мәҙәни кешеләр, интеллектуалдар теле” тигән һүҙҙәренең хәҙерге әҙәби телгә ҡарата әйтелгәнлеге аңлашыла, әлбиттә.
Әле Башҡортостан Башлығының телебеҙ хаҡында төрлө ваҡытта һәм урында әйтелгән фекерҙәренең тотош бер теҙмәһен килтерергә булыр ине. Быға ҡәҙәр башҡорт теленә бер ҡасан да үҙ тарихында бындай аныҡ рәүештә дәүләт башлығы кимәлендә яҡлау һүҙе ишетергә тура килмәне. Уның Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай трибунаһынан яңғырауы – үҙе бер тарихи ваҡиға. Хатта был бер тапҡыр ғына булманы. Президент Мөрәжәғәтнамәһенең “Урал” батыр эпосының ғәҙеллеккә саҡырған ораны менән тамамланыуы үҙе тотош бер тарихҡа торошло. Ә инде Рөстәм Хәмитовтың тағы ла юғарыраҡ трибунанан – Рәсәй Дәүләт Советы Президиумының Өфөлә уҙғарылған ултырышында – үҙ теле, мәҙәниәте, йолалары, китабы, театр, йыр сәнғәте хаҡында әйткәндәре уның үҙенә кире ҡайтып, Башҡортостан етәксеһе вазифаһына ода булып яңғырай, уның күп яҡлы эшмәкәрлегенең яҡты биттәренең береһенә ҡарай. “Беҙ – рәсәйҙәр. Тап ошо идеология менән йәшәйбеҙ”, “Беҙ – евразиясылар, сығышыбыҙ менән башҡорттар, мосолмандар” тигән һүҙҙәре иһә ошо фекерҙе тағы ла көсәйтә һәм нығыта төшә.
Рөстәм Хәмитов үҙ интервьюларында был хаҡта бер тапҡыр ғына телгә алмай. Ул шуның менән башҡорт теленең, ғөмүмән, башҡорт этносының Евразия картаһындағы урынын асыҡлай, донъя телдәре, халыҡтары менән бәйләнешен күҙ алдына баҫтыра. Һис һүҙһеҙ, Рәсәй, Евразия дәүләте булараҡ, шул сиктәрҙә йәшәгән күп милләтле халҡының яҙмышында мөһим урын тота. Башҡорт этносы ла унда милли беришлектән заман юғарылығындағы цивилизация беришлегенә (идентичность) оло юл үтте. Шуға күрә Башҡортостан Башлығының “Беҙ – рәсәйҙәр” тигән девизы үтә лә тәрән мәғәнәгә эйә. Был бер башҡорт халҡы исеменән генә түгел, ә күп милләтле республикабыҙ исеменән шуны раҫлауға тиң ине. Ошо йәһәттән Рөстәм Хәмитов үҙенең бер сығышында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнө лә Евразия ҡалаһы тип билдәләү менән хаҡлы ине. Уның: “Беҙ – башҡорттар, бер үк ваҡытта рәсәйҙәр, евразиясылар, мосолмандар”, – тип киң мәғлүмәт саралары аша бөтә донъя йәмәғәтселеге алдында белдереүе башҡорт халҡы тарихында яңы һүҙ булды.
Башҡортостан Башлығының үҙ рес­пуб­ликаһының Евразия картаһындағы урыны хаҡында фекерҙәренең хаҡлығын Рәсәй Яҙыусылар союзының Өфөлә уҙғарылған күсмә пленумы тағы бер тапҡыр раҫланы. Уның көн тәртибенең “Башҡортостан – Евразия төйөнө. Евразия традициялары һәм күп милләтле Рәсәй әҙәбиәтенең көнүҙәк бурыстары” тигән темаға арналыуы шул хаҡта һөйләй. Был – евразиясылыҡ идеяһының Рәсәй тарихына бәйле донъяға килеүен һәм унда Башҡортостандың үҙ урыны барлығын раҫлаған тормош дәлиле. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына арналған кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ислам динен юғары баһалау менән бергә, уны ил мәҙәниәте кодының сағыу элементы, тарихыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө тип атауына Рөстәм Хәмитовтың вазифаһына инеүенә ике ай тулыу айҡанлы биргән интервьюһында үҙ милләте хаҡында әйткәндәренә ауаздаш булыуы күп нәмәне аңлата. Беҙ был хаҡта телгә алып уҙғайныҡ инде.
Рөстәм Хәмитовтың “Башҡорт теленең, бүтән телдәр һымаҡ, донъя мәҙәниәтендә уникаль күренеш булыуын онотмайыҡ” тигән һүҙҙәре инде башҡорт теленең Евразия сиктәренән сығып, бөтә донъя мәҙәниәте ҡаҙанышы рәүешендә баһаланыуы ине. Башҡортостан Башлығы бер үк ваҡытта үҙ туған теленең төрки телдәре донъяһында тотҡан урынын айырым баһалай. Ул “Башҡорт теле аша бөтә төрки телдәргә үтеп инеү мөмкинлеге ҙур” тип раҫлауы менән, һис шикһеҙ, хаҡлы. “Урал батыр” эпосының, ике томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы”ның, Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла кеүек шәхестәребеҙҙең тормошо һәм ижады тураһындағы һәм башҡа китаптарҙың төрөк телендә донъя күреүе шуға дәлил.
Бынан бер быуат самаһы элек кенә үҙ яҙмаһын булдырған милли телдең шундай ваҡыт арауығында донъя мәҙәниәтендә лайыҡлы урынын таба алыуы – үҙенсәлекле күренеш. Әйтерһең, үҙендә быуаттар буйы тупланып килгән көс-ҡеүәтте башҡортса теле асылыу менән бер тынала тирә-йүнгә таратты һәм уны үҙе шунса ғүмер уҡыу-яҙыуҙа ҡулланып килгән донъя телдәре сафына баҫтырҙы. ХХ быуат башҡорт теле өсөн шундай бер үҙенсәлекле дәүер булып, уның үҙен дә уникаль күренеш итте.
Башҡорт теле тарихына ХХI быуат та буш ҡул менән барып инмәне, үҙе менән ҙур бер яңылыҡ алып килде. Ул республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәге башҡорттары теленең дәүләт статусына хоҡуғын аяҡҡа баҫтырҙы. Был уларҙың һөйләшенең башҡорт теленең үҙаллы диалекты икәнлеген таныу арҡаһында ғына мөмкин булды. Ә бының өсөн уның фән сиктәренән сығып, дәүләтселек мәнфәғәттәре юғарылығындағы мөһим мәсьәлә кимәлендә ҡуйылыуы кәрәк ине. Әйтелгәненсә, ул Рөстәм Хәмитовтың үҙ вазифаһын башҡара башлау айҡанлы ойошторолған әңгәмәләрҙең береһендә үҙен тапты. Башҡорт телендә өс диалект барлығы хаҡындағы ғилми йәһәттән нигеҙләнгән ҡараштың дәүләт сәйәсәте юғарылығында тәү тапҡыр аныҡ дәлил рәүешендә баһаланыуы булды был. Шуның менән күп һөйләшле башҡорт теле үҙ республикаһы сиктәрендә быуатҡа яҡын ваҡыттан һуң бер бөтөнгә әүерелеп, урыҫ теле менән бер дәрәжәләге дәүләт теле булараҡ хеҙмәт итеү мөмкинлеген алды.
Аңлашылыуынса, дәүләт теле бары әҙәби тел аша ғына тормошҡа аша ала. Үҙ нәүбәтендә был шул әҙәби телдең бөтөн башҡорт һөйләштәре өсөн дә уртаҡ уҡыу-яҙыу теле булыуын шарт итеп ҡуя. Бөгөн иһә әҙәби тел ике диалектҡа – көньяҡ һәм көнсығыш – нигеҙләнгән булыуы менән үҙенең өс тағанының береһен – төньяҡ-көнбайыш диалектын – күҙгә элмәй. Шуның менән үҙ милләтенең ҙур бер өлөшөн ситләтә, уның тел яғынан ғына түгел, һан йәһәтенән дә сикләнеүенә йоғонто яһай. Беҙҙеңсә, “Ҡыуаҡан ҡойроғо” ҡасан ҡырҡылыр?” тигән мәҡәләнең авторы шул хаҡта һүҙ башлап тора ла.

Зиннур НУРҒӘЛИН,
Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы.


(Аҙағы. Башы 35-36, 37, 38-се һандарҙа).


Вернуться назад