Рәхмәт һүҙе04.03.2015
75 йәшемә арналған юбилейҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ихлас ярҙам иткәндәре өсөн республика Хөкүмәтенә, Мәғариф министрлығына, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә, Рәсәйҙең мәғариф һәм фән хеҙмәткәре профсоюзының Башҡортостан Республика ойош­маһына, Мәғарифты үҫтереү институтына, Башҡорт дәүләт университетына, уның филиалы Сибай институтына, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры Т. Ғә­ниевкә, Өфө урман хужалығы техникумы директоры Д. Асҡаровҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Тос ярҙам күрһәткәндәре өсөн Өфө автотранспорт колледжы директоры О. Кобелевҡа, тыуған районым етәксеһе И. Ситдиҡовҡа, Темәс ауылы хакимиәте башлығы Р. Йәнсуринға, дуҫыбыҙ С. Мостафинға, уҡыусыларым М. Баймөхәмәтоваға, Н. Нурғәлинаға, Б. Хис­мәтоваға, В. Шаһбаловаға, С. Рәхимоваға, С.Бат­таловаға ихтирамымды еткерәм.
Министр булып эшләгән осорҙағы урынба­ҫарҙарыма (М. Иваньшин, М. Бирюков, М. Юлмө­хә­мәтов), инс­пекторҙарға (М. Фазылова, М.Аб­­­дуллина, Л. Өмөт­баева, М. Аблаева) ҙур рәхмәт әйтәм.
45 йыл элекке иң һәйбәт уҡыусыларыма тамсы ла онотмағандары, изге хәтирәләр һаҡлағандары өсөн һоҡланыуымдың сиге юҡ.
Кисәне йыр-моң менән биҙәгән сәхнә оҫталарына — Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы, йырсы Ришат Рәхимовҡа һәм уның уҡыусыларына, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, мәшһүр йырсы Флүрә Килдейәроваға, респуб­ликабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсинға, оҫта ҡурайсы һәм йырсы Юнир Һағынбаевҡа, ейәнем Искәндәр Ғафаровҡа — рәх­мәтлемен.
Шулай уҡ алыҫ ерҙе яҡын итеп, ҡартлыҡ ауырлыҡтарын еңеп килә алған ғәзиз туғандарыма, дуҫтарыма, класташтарым Таңһылыу менән Мэлсҡа, Өфөләге баймаҡтар ойошмаһы етәксеһе Фирғәт Байрамғоловҡа, еҙнәйҙәремә, еңгәйҙәремә һәм байрамды матур йыр һымаҡ алып барған респуб­ликабыҙҙың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиевкә хөрмәтем ҙурҙан.
Кисәне ойоштороп үткәргән, барыһын йүнләп-тапҡан, сценарий төҙөгән, артистар менән килешкән, кисәнең дүрт күҙе булған улым Алмасҡа һәм уның ярҙамсыһы Илдар улыма сикһеҙ ҙур рәхмәт.





Вернуться назад