Олатайым да ҡан ҡойған04.03.2015
Олатайым Миңлебай Миңлейәров тәүгеләрҙән булып Бөйөк Ватан һуғышына алынып, 1942 йылда ҡаты яраланған. Майкоп госпиталендә уң аяғын киҫтереп, оҙаҡламай тыуған яғына ҡайта. Ә 1968 йылдың декабрендә вафат була. Миңә быны ишетеү ҡыйын булды.
Был хатты һеҙгә әсенеп яҙам, сөнки ике йыл буйы Раевка ауылындағы военкомат тупһаһын тапаным. Олатайымдың ҡайҙа дауаланғанын белгем килә ине. Ниһайәт, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы архивтарҙан хат килде. Имеш, уларҙа бер ниндәй ҙә мәғлүмәт һаҡланмаған. Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһына мөрәжәғәт итергә ҡуштылар. Өфөләге Офицерҙар йортона ла шылтыратып ҡараным, аныҡ ҡына яуап бирә алманылар.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, аяҡһыҙ ҡайтҡан олатайымдың туғандарына торлаҡҡа ташлама тейеш түгелме ни? Миәкә районының Күл-Ҡунҡаҫ ауылында уның һеңлеһе йәшәй. Әле уға 77 йәш. Йортон ҙурайта алмаҫмы икән? Бәлки, Хөкүмәттән ярҙам булыр? Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы яҡынлашып килә бит.