Төшкө ашҡа процент ҡушалармы?03.03.2015
(М. Ҡыуандыҡова, “Асыҡлыҡ индерелһен ине”, 2015 йыл, 27 ғинуар)
Бер нисә мәктәп ашханаһында туҡланыу өсөн түләү махсус терминал аша башҡарыла. Әммә һуңғы ваҡыт уға күпмелер процент өҫтәлеүе ата-әсәне хафаға һалғайны.

Республиканың Мәғариф министрлы­ғынан хәбәр итеүҙәренсә, 161-се Федераль закондағы 5-се статьяның 2-се “Милли түләү системаһы тураһында”ғы бүлегенә ярашлы, комиссия хаҡы түләүҙе ҡабул иткән ойошма тарафынан билдәләнә. Уның күләмен белер өсөн мәктәпкә терминал ҡуйған ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Вернуться назад