Айҙаҡайға кем ярҙам ҡулы һуҙыр?03.03.2015
(Әлтәф Ғәйфуллин, “Бергәләп егелмәһәк, йөк ҡуҙғалмаҫ”, 2015 йыл, 27 ғинуар)
Автор был мәҡәләлә халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә. Ғөмүмән, ул былтыр, республиканың Салауат, Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Балаҡатай төбәктәренең 60-тан ашыу мәғариф учреждениеһында булып, күргән-кисергәндәрен “Башҡортостан” гәзитендә сағылдыра барҙы.
Был райондарҙың үҙәктәрендә барлығы 28 балалар баҡсаһы эшләүе, әммә береһендә лә башҡорт төркөмө булмауы аптырашта ҡалдырҙы. Балаҡатайҙың Айҙаҡай ауылындағы хәлдәр айырыуса шаҡ ҡатырҙы. 1932 йылда асылған мәктәптең дүрт бинаһы бар, шуларҙың икәүһе авария хәлендә икән. Айҙаҡайҙа балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, сабыйҙарҙы автобуста күрше урыҫ ауылына йөрөтәләр. Ә унда башҡорт тәрбиәселәре юҡ... Утыҙ йылдан ашыу мәғариф тармағында хеҙмәт иткән кеше булараҡ, был хәлде бер нисек тә аңлай ҙа, аҡлай ҙа алмайым. Өс йәшлек баланы тап теле асылған сағында рухи аҙығынан яҙҙырыу бит был!
Белеүемсә, Айҙаҡайҙа 20-нән ашыу сабый баҡсаға сиратта тора. Ауыл йылдан-йыл ҙурая, унда йәштәр ҡайтып төпләнә. Ә балалар баҡсаһы юҡ, мәктәп авария хәлендә, күпер емерек... Үҫергә ынтылып торған ауылға юғарынан ярҙам күрһәтелһен ине тигән теләктә ҡалам.