Сал тарихтың асып серҙәрен03.03.2015
Сал тарихтың асып серҙәрен Юғары уҡыу йорттарында йыл да фән көндәре үткәрелә. Ошо сара уңайынан былтыр үҙебеҙҙең факультеттың II курс студенттары беҙҙе “Тыуған төйәгеңде беләһеңме?” тип исемләнгән семинар-викторинаға саҡырғайны. Быйыл уларҙың башланғысын дауам итергә булдыҡ.

Әйткәндәй, беҙҙә шундай талап ҡуйылған: һәр студент фән менән шөғөлләнергә, йыл да ғилми мәҡәлә яҙырға бурыслы. Факультетта бының өсөн тейешле шарттар булдырылған: тел һәм әҙәбиәт йүнәлеше буйынса бер нисә ғилми лаборатория, түңәрәктәр эшләй. Тимәк, студенттың күңеле теләгән өлкәлә камиллашыу мөмкинлеге бар.
“Тыуған төйәк” тип аталған ғилми түңәрәккә М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова етәкселек итә. Бында студенттар ономастика, диалектология буйынса материал туплай, мәҡәлә яҙырға өйрәнә, һөҙөмтәлә конференцияларҙа сығыш яһау, проекттары менән конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеген ала.
Былтырғы II курс студенттары кеүек семинар-викторина үткәрер алдынан һәр беребеҙ тыуған ауылының тарихын өйрәнде, ер-һыу атамаларының килеп сығышын асыҡланы, викторина һорауҙары төҙөнө. Ҡунаҡҡа быйылғы I курс студенттарын саҡырҙыҡ.
Сал тарихтың асып серҙәренЯрыш башында өс төркөмдөң барыһы ла үҙе менән таныштырҙы, факультеттың гимнын башҡарҙы. Унан уҡытыусыбыҙ Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы һүҙ алды. Тап ошо көндәрҙә уның урыҫ телендәге “Имя отчей земли” исемле беренсе китабы сығыуға 20 йыл тулған икән. Һаҡмар йылғаһы буйындағы ер-һыу атамалары хаҡында киң мәғлүмәт биргән был хеҙмәт әле лә көнүҙәк. Ул, география, тарих факультеттары ғалимдары әйтеүенсә, уҡыу йортонда белем алыусыларҙың өҫтәл китабына әүерелгән.
Артабан һүҙ студенттарға бирелде. Һәр команданан өсәр кеше тыуып үҫкән, йәшәгән ауылдарының атамалары, ундағы һөйләш үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Һәр сығыш ҡыҙыҡлы, фәһемле булды. Мәҫәлән, Учалы районының ҡайһы бер ауылдарында урамды “ураҙа” тиҙәр икән. Ҡустыны – “апай”, атай-әсәйҙең ағаһын “апа” тигәндәр ҙә бар. Әйткәндәй, “апа” һүҙе венгр телендә лә осрай, ул да ата-әсәнән өлкән ир кешегә төбәп әйтелә.
Артабан командалар араһында викторина үткәрелде. Ярыш һуңында һәр команданы еңеүсе тип билдәләнек, сөнки унда студенттарҙың барыһы ла ихлас ҡатнашты, һорауҙарға тулы яуап бирергә тырышты. Ошондай сараларҙың кәрәклеген, тыуған ауылыбыҙҙың ғына түгел, ә Башҡортостандағы барлыҡ географик атамаларҙың килеп сығышын белергә тейешлегебеҙҙе, артабан да тырышып уҡыу, төплө белем алыу мөһимлеген аңланыҡ. Башҡорт иле – сал тарихлы төбәк. Уның өйрәнер ерҙәре, сиселер серҙәре күп әле.

Гөлназ ФӘЙЗУЛЛИНА,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ-ның башҡорт филологияһы
факультеты студенты.


Вернуться назад