Хаҡтарҙы “туңдырғандар”03.03.2015
Республикалағы “Дәүләт дарыуханаһы” дарыуханалар селтәрендә 1 025 дарыуға берәмтәләп һатыу хаҡтары аныҡ билдәләнгән. Был препараттарҙың 895-е ғүмер өсөн бик мөһим.
Уларҙың 130-ына – 2014 йылдың август, 745-енә шул уҡ йылдың октябрь хаҡтары ҡалдырылған. Дөйөм исемлектәге 130 дарыу былтырғы ноябрь хаҡтары менән һатыласаҡ. Улар араһында антибиотиктар, киҙеүгә, вирусҡа ҡаршы, иммунитетты ны­ғытҡан һәм башҡа дарыуҙар бар.



Айгөл ИҪӘНГИЛДИНА, өс бала әсәһе:
– Дарыуға хаҡтарҙы “теҙген­ләү­ҙәре” ҡыуаныслы. Балаларға төрлө витамин, препарат һатып алырға тура килә. Бәлки, был дарыухана селтәренән баш­ҡалар ҙа өлгө алыр.


Вернуться назад