Ҡырғыҙстанда – Башҡорт мәҙәниәте һәм фәне көндәре03.03.2015
3 – 6 мартта Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бишкәктә Башҡорт мәҙәниәте һәм фәни көндәре үтә. Саралар Башҡорт киноһы көнөн асыу менән башланып китә.

Т. Һатылғанов исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт филармонияһының фойеһында “Башҡорт халҡының матди мәҙәниәте”, “Башҡортостан – Евразия ынйыһы” күргәҙ­мәһе уҙа, унда халыҡ кәсепселәренең эштәре лә тәҡдим ителәсәк. Ошонда уҡ Башҡортостан Республикаһының исем туйы була һәм рәсми рәүештә байрам көндәрен асыу тантанаһы үтәсәк. Иртәгә Ҡырғыҙстандың Г. Айтиев исемендәге мил­ли һынлы сәнғәт музейында Башҡорт­остандың заманса графикаһы күргәҙмәһе ойошторола. Байрам аҙағында коллекциянан бер нисә картина музейға бүләк ителәсәк.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сараға М. Кәрим, С. Айытматов әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр алып бара. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ике концерт бирә, ә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары К. Молдобасанов исемендәге милли консерваторияла сығыш яһай.
Фәнни программа буйынса Башҡорт­остан ғалимдары республикалағы ҡа­ҙаныш­тар хаҡында Ҡырғыҙстандың Фәндәр академияһында һөйләйәсәк, коллегалары менән фекер алышасаҡ. Сы­ғарылыш класс уҡыусыларына Башҡорт­остандың юғары уҡыу йорттары хаҡында мәғлүмәт биреләсәк.
Ошо уҡ көндө төбәктә йәшәгән милләт­тәштәр һәм Ҡырғыҙстан Халыҡтар ас­самбле­яһы вәкилдәре менән осрашыу ҡаралған.


Вернуться назад