Хәйбулланың көмөш ынйылары03.03.2015
Хәйбулла районында Әҙәбиәт йылына арналған «Хәйбулланың көмөш ынйылары» әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү акцияһы ойошторолдо.

Сарала шағирә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урын­баҫары Йомабикә Ильясова, халыҡ шағи­ры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Ғилманова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айгөл Әхмәҙиева ҡатнашты.
Кисәне район мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр артистарының сығышы биҙәне. Күренекле яҡташтарҙың ижадын сағылдырған “Тәрән мәғәнәле ижад” исемле китап күргәҙмәһе һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.




Вернуться назад