Министрлыҡта – яңы урынбаҫар03.03.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Эльза Сыртланованы республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

Эльза Рәиф ҡыҙы Сыртланова 1969 йылда Өфөлә тыуған, 1992 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1989 йылда 6-сы ҡала дауаханаһының күкрәк хирургияһы бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып башлай. Төрлө йылдарҙа БДМУ-ның 1-се эске ауырыуҙар кафедраһы ассистенты, 13-сө ҡала дауаханаһының 1-се кардиология бүлексәһе мөдире, Өфөнөң 33-сө поликлиникаһында баш табип була.
Эльза Сыртланова – медицина фән­дәре докторы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған табибы.







Вернуться назад