Килешелде: митинг булмай03.03.2015
«Рәсәй вертолеттары» холдингына ҡараған Күмертау авиация етештереү предприятиеһында 700 эш урынын ҡыҫҡартыу, Ка-32A11BC вертолеттарын сығарыуҙы — Ҡытайға, ә Ка-226Т вертолеттарын холдингтың икенсе предприятиеһына тапшырырға йыйыныу хаҡында хәбәр таралыу сәбәпле, ҡаршылыҡ митингы тәғәйенләнгәйне.
Ошо хәлгә бәйле «Рәсәй вертолеттары» холдингы вәкилдәре эш сәфәре менән Башҡортостанға килде. Улар республика Хөкүмәтендә, Күмертау ҡалаһы хаки­миәтендә, шулай уҡ профсоюз вәкилдәре, КумАПП эшселәре менән осрашыуҙар үткәрҙе. Һөйләшеүҙә, ҡаршылыҡ акцияһында күтәрелергә тейешле мәсьәләләрҙең хәл ителеүе сәбәпле, митингты уҙғармау тураһында килешелде. Осрашыуҙа предприятиены үҫтереү буйынса берлектә эш алып барыу юлдары ла билдәләнде.







Вернуться назад