Серҙәрен аңлай белһәң ине...03.03.2015
Серҙәрен аңлай  белһәң ине... Ғәзиз тәбиғәтебеҙ үҙ серен быуаттар буйы һаҡлап килә. Аҡһаҡалдар әйтеүенсә, ул ҡайһы бер кешеләрҙе йәнлектәр һәм ҡоштар аша үҙе менән яҡыныраҡ таныштыра, ярҙам итә.

Бәләкәй саҡта атайым менән урманға ҡурай еләгенә барҙыҡ. Көн эҫе, әммә еңелсә генә иҫкән еләгәй күңелгә рәхәтлек бирә. Шулай урман һуҡмағынан бара торғас, юл уртаһында ике ата һуйырҙың беҙгә ҡарап суҡырға теләгән кеүек, кемуҙарҙан һике­реп, яман итеп ҡысҡырыуына шаҡ ҡаттыҡ. Ҡырағай ҡоштар беҙ­ҙе үткәрергә теләмәне. Атайым:
– Был ерҙә, бәлки, оялары барҙыр, әйҙә урап үтәйек, – тине.
Һаҡсы ҡоштарҙы ситләтеп үтеп, юлыбыҙҙы артабан дауам иттек. Ниһайәт, еләклеккә килеп еттек. Тик ни күрәбеҙ: йыл да, хатта ҡоро осорҙа ла емерелеп уңған ҡурай еләгенең бөртөгө лә юҡ! Ултырып ял итеп алдыҡ та ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Һуйырҙар баяғы ерендә булмай сыҡты. Еүеш тупраҡ өҫтөндә эҙҙәренең дә күренмәүе айырыуса шом­лан­дырҙы. Һуңынан атайым: “Улым, ҡоштар ҡиәфәтендә ошо ерҙең эйәләре булғандыр, улар еләк юҡлығы тураһында иҫкәрткән­дер”, – тине. Минең өсөн был күренеш ҙур сер булып ҡалды.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы ваҡи­ғаны һөйләмәксемен һеҙгә. Был хәл күптән булды. Өйләнешер алдынан ике йыл элек буласаҡ ҡатыным мауыҡтырғыс төш күр­гән: Шүлгәнташтан эштән ҡай­тып килгән саҡта, күбәләктәргә эйә­реп, юлдан ситкә төшөүе бул­ған, ҡапыл ер уйылып, аҫҡа табан осҡан. Ҡараңғы төпһөҙ соҡорға оҙаҡ осҡан ул һәм, ниһайәт, ҡаты ергә төшөп еткәс, аяҡ-ҡулының һынғанын тойған. Өҫтәге уйылған ер бәләкәс кенә булып күренгән, ә соҡорҙоң фор­маһы оҙон торбаны хәтерләткән. “Бер аҙ ятҡас, ҡурҡыуҙан ярҙам һорап ҡысҡырҙым, һуңынан та­уышҡа кешеләр килеп сығып ҡотҡарҙы. Ошо ерҙә төшөм өҙөл­дө, үҙем шыр тиргә батып уян­дым”, – тип һөйләне хәләл ефетем.
Бер аҙна үткәс, ҡурсаулыҡта иртәнге кәңәшмәлә ғилми-тикше­ренеү бүлеге хеҙмәткәре юл буйын­да, цилиндрға оҡшаған вер­тикаль мәмерйә табыуын әйт­кән. Уның бейеклеге 100 метрҙан ашыу булған. Был яңылыҡты ишеткәс, ҡатыным, урынынан һи­кереп тороп, мәмерйәне мин һинән алдараҡ таптым, тип ебәр­мәһенме! Хеҙмәттәштәре апты­рашҡа ҡалған. Аҙаҡтан мә­мер­йәне тапҡан кеше кәләшемә табышын күрһәткән. Хас төшөндәге мә­мер­йә! Йә, Хоҙай, шулай ҙа була икән, тип ҡыҙығып һөйләне ул.
Бына ошондай хәлдәр донъя­ла бихисап. Йәшел мөхитте һаҡ­лауҙан тыш, уны аңлай ҙа бе­лер­гә кәрәк. Тәбиғәт менән дуҫ булайыҡ, туғандар!
Марат БӘХТИЙӘРОВ,
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы
методисы.


Вернуться назад