Ҡоролоҡтан нисек ҡотолорға?03.03.2015
Гәзит биттәрендәге “Нисек йәшәйһең, ауыл?” рубрикаһында сыҡҡан мәҡәләләргә ҙур иғтибар бирәм. Уларҙа ауыл тормошона битараф булмаған һәр кемгә үҙ фекере, тәҡдиме менән уртаҡлашыу мөмкинлеге бирелә. Мин дә үҙемде борсоған мәсьәлә тураһында һөйләмәксемен.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, Ҡытайҙан рәсми сәфәрҙән ҡайтҡас, гәзиткә биргән интервьюһында, беҙҙең төбәк мөмкин­лектәре ундағыға ҡарағанда күпкә юғары, байлыҡ аяҡ аҫтыбыҙҙа тулып ята, тәбиғи ресурстар иҫ киткес, тигән фекер әйткәйне. Был тәңгәлдә минең дә тәҡдимдәрем бар. Улар йыл да ҡоролоҡ кисергән төбәгебеҙ өсөн бик файҙалы булыр ине.
Һуңғы йылдарҙағы аяуһыҙ ҡоролоҡ арҡаһында тупраҡта дым юҡ кимә­лендә. Булғанының да яртыһы яҙғы ташҡын ваҡытында ағып юҡҡа сыға. Бына шул ҡар һыуын тотоп ҡалып, уны ерҙе һуғарыу өсөн ҡулланһаҡ, бик шәп буласаҡ. Баҫыу араһында һыу айырған һырттар бар, шуларҙан уяҙҙар башланып китә. Һәр береһенән ҡар һыуы шишмә булып түбәнгә ағып төшә.
Шул һыуҙы баҫыуҙы һуғарыу маҡсатында файҙаланырға була. Бының өсөн тәү сиратта яҙ баҫыуға яҡын аҡҡан үҙәнде быуып, унан баҫыуға һыу ағырлыҡ торба һалып ҡалдырырға кәрәк. Артабан баҫыуҙың эсендә, һөрөнтө ерҙең ҙурлығына ҡарап, бер нисә урынға ер аҫтына һыу тупларлыҡ бассейн кеүек резервуар эшләү мөһим. Уны силос соҡоро формаһында ҡаҙып, ситенә ере емерелмәҫлек блоктар ултыртабыҙ һәм, өҫтөн ябып, 15-20 см ҡалын­лығында тупраҡ һалабыҙ. Резервуарҙы йыл да файҙаланырға мөмкин.
Ҙур йылғала быуа быуыуҙың кәрәге юҡ. Тимер бетондан бортлы улаҡ эшләп, баҫыуға яҡын йылға буйына төшөрөп урынлаштырабыҙ. Улаҡтың ике яҡ борты өҫтөндә ике метрлы таяуҙар булырға тейеш. Унда йылға һыуының ағымы ярҙамында әйләнгән ҙур тәгәрмәс элергә кәрәк. Тәгәрмәстең ике яҡ борты әйләнеп, тешле редуктор аша беркетелгән һыу насосын эшләтә. Тәгәрмәскә, баҫҡысҡа оҡшатып, бер-бер артлы 10 литрлыҡ биҙрә форма­һындағы ҡулайлама йәбештереп сығабыҙ. Йылға ағымы, ошо ҡулайламаға бәрелеп, тешле тәгәрмәсте әйләндерә, редуктор аша беркетелгән насос йылғаның һыуын баҫыуҙағы, ер аҫтындағы әҙер һауыттарға тултыра. Һөҙөмтәлә баҫыуҙарҙы һуғарабыҙ. Эҫе йәй айҙарында йылғала һыу кәмеһә, ер аҫтында тупланғанына насос ултыртабыҙ һәм һуғарыу өсөн шуны фай­ҙаланабыҙ. Бына шулай үҫемлекселек продукцияһын арттырырға мөмкин.
Ошондай йөкмәткеле хат менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иткәйнем. Яҙмамды тикшереү һәм өйрәнеү өсөн “Башмелиоводхоз идаралығы” дәүләт унитар предприятиеһына ебәреүҙәре хаҡында белдерҙеләр. Уның етәксеһе Р.Ш. Афзаловтан түбәндәге яуап килде: “Эскиздарҙан ҡулайламаның эш принцибы аңлашылып бөтмәй. Һәр төйөндө урын-еренә еткереп, һыҙмаһын әҙерләп, үҙегеҙҙә эшләп ҡарағыҙ”.
Тәҡдимем шул: башланғысҡа тәүәккәлләп тотонһаҡ, бик яҡшы булыр ине.
Мин үҙемсә һыҙмаһын әҙерләгәнмен. Белгестәр менән кәңәшләшеп, етешһеҙ урындарын үҙгәртергә мөмкин. Дөйөм алғанда, был проектты тор­мош­ҡа ашырырға һәм йыл да ҡоролоҡ кисергән төбәкте уның ярҙамында ҡот­ҡа­рырға мөмкин. Яңы алым ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер ине.






Вернуться назад