Күңелдәрҙә йәшәй ышаныс26.11.2011
Күңелдәрҙә йәшәй ышанысКонцертҡа һуңлап ҡуймайым тип, мәҙәниәт һарайына ашығып китеп барам. Ҡараһам, гәзит киоскыһы алдында таныш кеше баҫып тора. Бәй, был бит “Юлдаш” йыры-2010” конкурсында ҡатнашып, танылып өлгөргән һәүәҫкәр йырсы Риф Бикбаев икән дәһә.
Радиола көн һайын тигәндәй уның “Булмаһын юғалтыуҙар” исемле йыры яңғырай. Иҫәнләшмәй булмаҫ тип, уға табан атланым:
— Сәләм, ағай, ни эш ҡылып йөрөйһөң?
— Концертта сығыш яһарға саҡырғайнылар әле. Күгәрсен районы менән Өфө араһын йыш тапап, ҡайһы саҡта өйгә алдырған гәзитте уҡырға ла өлгөрөп булмай. Бына, милли баҫмаларыбыҙҙың һуңғы һандарын алып кинәнмәксемен. Үҙең ҡайҙа юл тотаһың?
— Мин һеҙ ҡатнашасаҡ концертҡа “елдерәм”.
— Улай булғас, әйҙә, миңә ултырып бар, — тип юл ситендә торған “Волга” автомобиле янына күрһәтте. — Был машина — Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусиндың бүләге. Рәхмәт яуһын инде уға, мәҙәниәткә хеҙмәт итеүселәрҙе иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Гармунын да бирҙе. Әйткәндәй, районымда хәмерһеҙ тормошто пропагандалап концерт ойошторғанда, бигерәк ҡулай ошо “Волга”.
Ижад хаҡында һөйләшә торғас, нисек мәҙәниәт һарайына барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
— Рәхмәт, ағай, уңышлы сығыш яһарға яҙһын!
Йырсы машинаһына
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ ултырып барҙы.


Вернуться назад