Йыланлы фонтаны03.03.2015
Йыланлы фонтаны Башҡортостандың ете мөғжизәһе — башҡорт балы, ҡурай, “Урал батыр” эпосы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Янғантау, Красноусол минераль сығанаҡтары, Салауат Юлаев һәйкәле — тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, улар менән ғорурланабыҙ. Йыланлы фонтанын иһә тәбиғәтебеҙҙең һигеҙенсе мөғжизәһенә индерергә була.


Ҡыйғы районының Йыланлы ауы­лы күптәргә таныш. Бында тәбиғәт мөғжи­зәһе – кешеләрҙе үҙенә тартып торған ғәжәйеп фонтан – бар. Ул ҡыйғылар­ҙың ғына яратып ял иткән урыны түгел, ҡунаҡтарҙы ла ошонда алып киләләр, таҙа, йомшаҡ, һалҡын һыу менән һыйлайҙар. Фонтан тау-таш араһынан ағып ятҡан гүзәл Әй йылғаһы буйында, ҡайын урмандары ышығында урын­лаш­ҡан. 2005 йылда уны күрергә Алба­ниянан, 2011 йылда Төркиәнән сәйә­хәтселәр килгән. Тә­би­ғәт биҙәге уларҙы ихлас һоҡлан­дырған. Телевидение ла ер ҡу­йы­нынан атылып сыҡ­ҡан һыу хаҡында бер нисә яҙма төшөрөп күрһәтте.
Йыланлы шишмәһе ауылдан биш саҡрым алыҫлыҡта, Әй йылғаһының Асҡанкүл тип йөрөтөлгән яҫы ерендә урынлашҡан. Тарихы тураһында Йыланлы ауыл Советы хакимиәте баш­лығы Зөлфиә Ямалтдинова бына ниҙәр һөйләне:
– 1978 йылда Силәбе өлкәһенең Ме­жевой ҡасабаһы геологтары Йы­лан­лы һәм Ҡөлмәт ауылдары ерҙә­рен­дә алюмин мәғдәне ятҡы­лыҡ­тарын эҙләү эшен алып барҙы. Дүрт көп­шә­нең береһе 80 метр тәрәнлектә ағып ятҡан ер аҫты һыуына эләгә, һәм унан өҫкә көслө баҫым менән фонтан бәреп сыға. Тәбиғәт мөғжизәһен күрергә бө­төн ауыл халҡы йыйыла. Шунда ба­рыһы ла: “Көпшәне ҡал­дырһағыҙ, беҙгә шишмә булып ҡалыр ине”, – тип үтенә. Геологтар фонтанды йылан­лыларға бүләк итергә була.
Бына шулай һибелмә төбәктең иҫ­тәлекле урынына, күптәрҙе үҙенә йәлеп иткән сихри көскә әйләнә.
– Шишмә янында төрлө мәҙәни саралар үткәрәбеҙ. Балаларҙың Яңы йыл байрамын да ошонда уҙғарыу күркәм йолаға әйләнде, – ти Йы­лан­лы урта мәктәбе директоры Алһыу Ғи­ниәтуллина.– Йыланлы фонтаны­ның бейеклеге – биш метр самаһы. Ямғыр­лы йылдарҙа ул тағы ла ҡеүәтлерәк һибелә башлай, бейеклеге ете-һигеҙ метрға етә.
Күптәрҙең фекеренсә, фонтандың иң матур сағы һыуыҡ осорға тура килә. Ҡыш, тирә-яҡҡа һибелгән һыу тамсылары һауала боҙ селтәренә әйләнеп, төрлө биҙәктәр барлыҡҡа килтерә. Һибелмә ҡайһы саҡта ҡош-ҡорт, йән­лек, аждаһа кеүек әкиәт һындары рәүе­шенә керә. Бер йылды сәскә тажына оҡшаған һүрәт хасил булды.
Һибелмә янында фотоға төшөү йо­лаға әйләнде. Бындай һоҡланғыс кү­ренеш алдына баҫып, матур миҙ­гелде мәңгеләштерергә кем телә­мәҫ?! Фон­тандағы һыуҙы белгестәр лабораторияла тикшергән һәм уның физик, химик һәм микробиологик күрһәткес­тәр буйынса юға­ры сифат­лы булыуын иҫбатлаған. Шулай булмайса, Йылан­лы фонтаны бит йыл әйләнәһенә туҡ­тамай, һыуы ҡышын туңмай, быйыл хатта 36 градус һы­уыҡта ла өҫкә быу болото күтә­релгән!
Фонтан янында булғандар, уның шифалы һыуын һауыттарға тултырып, үҙҙәре менән ала, ул бик оҙаҡ боҙол­майынса һаҡлана. Бына шундай үҙен­сә­лекле бүләктәр эшләй Тәбиғәт-Әсәбеҙ беҙгә!


Вернуться назад