Шифаны дарыуханала түгел, йылға буйында эҙләгеҙ...28.02.2015
Көнбайыш илдәре иғлан иткән санкциялар һәм долларҙың курсы күтәрелеүе арҡаһында сит илдән индерелгән күп тауарға хаҡ артты. Был дарыуҙарға ла ҡағыла. Һаулыҡҡа бәйле нәмәне һис тә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай, шуға күрә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары үҙебеҙҙә етештерелгән дарыуҙарға һәм... фитотерапия ойошмаларына иғтибарҙы арттырырға булды. Улар ниндәй дәрәжәлә импортты алмаштыра ала икән?
Шул маҡсатта республика парламентынан бер төркөм депутат Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Михаил Гордеевтың фитоүҙәгенә юл тотто. Бында ҙур ғына бер нисә бинала шифалы үләндәрҙе киптереп, тейешенсә эшкәртеп, ҡаптарға тултырып сауҙа селтәренә оҙаталар икән. Нигеҙҙә, улар – үлән сәйҙәре.
– Бына ҡарағыҙ, уның “Капор сәйе” тип аталғаны бигерәк тә шифалы. – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева үлән онтағы тултырылған бер ҡапты алып коллегаларына күрһәтә. – Борон замандарҙан алып уны ашҡаҙан сирҙәренә ҡаршы, һыуыҡ үткәндә ҡулланғандар. Ул тәндән ағыуҙы, радиацияны сығара, эндокрин системаһын нығыта, яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. Ни яғы менән ҡиммәтле сит ил дарыуҙарынан ҡалыша? Хатта артығыраҡтыр ҙа әле, юҡҡа ғынамы ни уны ХХ быуат башында Европа илдәренә лә һатҡандар. Ә хәҙер импортҡа һалыштыҡ...
Башҡорттар боланут, ә урыҫтар иван-чай тип атаған был үлән Гордеев фитоүҙәгенең төп продукцияһының береһе булып тора, сөнки уға ихтыяж ҙур. Тимәк, һаулыҡ өсөн шифаһы бар (был үләндең файҙаһы тураһында беҙҙең гәзиттең 2013 йылдың 12 июль һанында яҙылды).
Башҡа төрлө үләндәрҙең дә, онтаҡҡа йә төнәтмәгә әйләнеп, автоматтарҙа ҡапҡа йәки шешәгә тултырылғанын ғәжәп итеп ҡарап йөрөнөк. Бына бит: дауа беҙҙең аяҡ аҫтында ғына – йылға буйҙарында, туғай-яландарҙа, урман эстәрендә йәйелеп ята. Тик иренмә, йый һәм киптер генә. Йә булмаһа фитоүҙәккә инеп, әҙер үлән төнәтмәһен эсеп сыҡ. Өфөлә, мәҫәлән, хәҙер ундай урындар һаны арта бара. Шикле сит ил дарыуҙарына ҡарағанда күпкә шифалыраҡ та. Арзанлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, дарыуханалағы хаҡтар көнләп-сәғәтләп күтәрелә бит.
Ысынлап та, беҙҙең дәүер кешеләре шифалы үлән менән дауаланыуҙы онотто, тик дарыу ғына ҡулланабыҙ. “Дарыу – ул химия бит, бер ағзаны һауыҡтыра ла кеүек, тик ҡалғандарына зыян килтерә” тигәнде ишетә-белә йөрөһәк тә, дарыуханаға ашығабыҙ, сөнки тиҙ генә һауығырға һәм эшкә сығырға кәрәк. Ә сир бөтмәй, фәҡәт төпкәрәк йәшеренә һәм бер заман тағы ла көсәйеп китеүе мөмкин.
Бөгөнгө шарттарҙа тәбиғәткә йөҙ менән боролмайынса булмай. Шуға күрә лә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Гордеев үҙәге кеүек предприятиеларға иғтибарҙы көсәйтергә, кәрәк саҡта уларға ҡануниәт ярҙамы күрһәтергә хәл итте.