Халыҡ мәнфәғәтендә28.02.2015
l“Башҡортостан Республикаһы Конститу­ция­һына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр ин­де­реү тураһында”ғы Законда власть органдары тарафынан ҡарар ҡабул итеүҙә граждандарҙың ҡатнашыу алымдары билдәләнә. Республикала халыҡ власының һөҙөмтәле эш итеүе гарантиялары асыҡлана. Башҡортостандағы иң юғары вазифалы кешенең вазифа атамаһын үҙгәртеүҙе күҙ уңында тотҡан нормалар ғәмәлгә индерелде. Быйыл ғинуарҙан республикабыҙ етәксеһенең рәсми атамаһы – “Башҡортостан Республикаһы Башлығы”.

l“Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тура­һын­да”ғы республика Законына индерелгән үҙгәрештәр административ-территориаль берәмектәргә, биләмәләргә атаманың халыҡ фекерен иҫәпкә алып бирелеүен күҙ уңында тота.

lҺайлау тураһындағы кодекстағы яңылыҡ­тар һайланыу хоҡуғы бирелмәгән кешеләр исемлеген киңәйтә. Атап әйткәндә, ундайҙарға ауыр йәки айырыуса ауыр енәйәт өсөн хөкөм ителгәндәр, тауыш биреү көнөнә судтың ғәмәлдән сыҡмаған хөкөм ҡарары булғандар инә. Законға ярашлы, тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән стационар һәм күсмә йәшниктәр үтә күренмәле материалдан яһалырға тейеш.

l“Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкендә йәки муниципаль милектә булған һәм бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ субъект­тары тарафынан ҡуртымға алынған күсем­һеҙ мөлкәтте тартып алыуҙың айырым мәсьәләләрен көйләү тураһында”ғы Закон йүнселлек эшмәкәрлеген тормошҡа ашырғанда ҡуртым хаҡын ете йылға кисектереүҙе күҙ уңында тота.

l“Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законға индерелгән яңылыҡтар республика власть органдарының вәкәләттәрен тулылан­дырыуға, урман декларацияһын төҙөүгә, шәхси ихтыяж өсөн әҙерләнгән ағасты тартып алыуҙы йәки уны башҡа кешегә күсереүҙе тыйыуға йүнәлтелә.

l“Башҡортостан Республикаһында һунар­сылыҡ һәм һунар ресурстарын һаҡлап ҡалыу тураһында”ғы республика Законының 8-се статьяһына үҙгәрештәр индереү ха­ҡында”ғы Закон һунар ресурстарын аулауға рөхсәт ҡағыҙҙарын кешеләр араһында бүлеү тәртибен билдәләй.

l“Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тура­һын­да”ғы Закондағы яңылыҡтарҙа туғыҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә тәғәйен­ләнгән “ГАЗель” микроавтобусын 600 мең һум аҡса менән алмаштырырға тәҡдим ителә.

l“Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре ту­раһында”ғы республика Законының 2-се статьяһы “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалына хоҡуҡлы кешеләр категорияһы билдәләнгән пункт менән тулыландырыла.

l“Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында”ғы Законға индерелгән үҙгәрештәр спорт саралары үткәр­гәндә йәмәғәт тәртибен боҙоуға контролде көсәйтеүгә йүнәлтелә. Ошондай сараларҙы ойоштороуға бәйле нормалар, тамаша­сы­ларҙың үҙ-үҙен тотоу ҡағиҙәләре, йәмәғәт именлеген тәьмин итеү алымдары билдәләнә. Федераль закон нигеҙендә “административ тыйыу” тигән яңы төшөнсә индерелә.

(Закондарҙы ентекле өйрәнергә теләүселәр гәзиттең сайтына мөрәжәғәт итә ала).


Вернуться назад