Донъя уға таң ҡалған28.02.2015
Өфө егете, кикбоксинг һәм һуғыш сәнғәте буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Вил Ғабдуллинға “Алтын йондоҙ” һәм Рәсәйҙең Рекордтар китабы дипломы тапшырылды.
Мәғлүм булыуынса, былтыр Италияла һуғыш сәнғәте буйынса донъя чемпионаты үткәйне. Вил Ҡәүи улы бер юлы биш алтын миҙал яулап, ошо спорт төрө буйынса Рәсәйҙән берҙән-бер 29 тапҡыр донъя чемпионы булып танылды.
Бүләкләү тантанаһы Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында үтте. Спортсыны депутаттар Сәлиә Мырҙабаева, Зөһрә Рәхмәтуллина, Иршат Фәхретдинов, Марсель Йосопов, Әнүәр Мәхмүтов, Рафаэль Мәрҙәншин, Рөстәм Ишмөхәмәтов, Олимпия чемпионы Ирина Роднина ҡотланы.



Вернуться назад