Уйла, эҙлән... ярҙам ал28.02.2015
2015 йылда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре араһында Башҡортостан Башлығы грантына уҙған конкурс еңеүселәре билдәләнде.
90-шар мең һум күләмендәге матди ярҙам 25 мәҙәниәт эшмәкәренең проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. Грант алғандар араһында һуҡырҙарға сәнғәт әҫәрҙәре менән виртуаль танышыуҙы тәьмин итеү буйынса проект, Шәйехзада Бабичтың виртуаль музейы, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған интерактив экспозиция, “Башҡорт шәле” республика фестивале, “Башҡорт аты” фестивале, Йәш композиторҙарҙың халыҡ-ара йыйыны бар.



Вернуться назад