Һыҙғыртҡыс, милли кейем, думбыра, һырлап эшләнгән өҫтәл, сыбыҡсаларҙан үрелгән ултырғыс, ҡурсаҡтар… Әллә ниндәй мөғжизәләр тыуҙырырға һәләтле беҙҙең халыҡ! “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә залында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” тигән фестивалгә килгәндәр алтын ҡуллы һөнәрмәндәрҙең эшен күреп һоҡланды. Ана, бер апай һыҙғыртҡыста төрлө тауыштар сығара: берсә һандуғас булып һайрай, берсә кәкүк булып ҡысҡыра. Мәләүез районының Нөгөш ҡасабаһынан Найлә Моталлапова булып сыҡты ул. Ошо ғәжәп уйынсыҡтарҙы нисек эшләүе менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Бер ниндәй ҙә сере юҡ уның. Ауыл эргәһендәге балсыҡтан эшләйем. Аҙаҡ утта ҡыҙҙырам, сағыу төҫтәргә буяйым, – тине ул, төрлө ҡош, йәнлек һындарына оҡшатып эшләгән әйберҙәрен күрһәтеп.
Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан Светлана Ибраһимова (һүрәттә) милли кейемдәрҙе осраҡлы рәүештә генә тегә башлаған.
– Әсәйем түшелдерек эҙләп бер булды. Үҙем эшләп бүләк итәйем тип кенә тотонғайным, әүрәнем дә киттем. Әлбиттә, өйрәнеүе еңел булманы. Интернеттан, китаптан ҡараным, – тине уңған ҡатын йылмайып.
Халыҡ оҫталарының кәсебен тергеҙеү, таратыу маҡсатынан ойошторолған фестиваль өс көн буйына барҙы. Республиканан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә килгән һөнәрмәндәр бер-береһе менән аралашты, кәңәшләште, әйберҙәрен һатыуға сығарыу мәсьәләһе буйынса тәжрибә уртаҡлашты.
– Бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур, барығыҙға ла уңыштар теләйем, – тине уларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов.