Һалдаттың да хоҡуғы бар28.02.2015
Часть командирҙарына федераль трассанан алып Алкин ҡасабаһына тиклемге юлды ремонтлау буйынса яҙма рәүештә мөрәжәғәт әҙерләргә, офицерҙарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ҡушылды. Шулай уҡ балалар баҡсаһында урын етмәүе билдәләнде, хәрбиҙәрҙең ҡатындарына эш урындары булдырыу мәсьәләһе лә ҡаралды.
Барлыҡ был мәсьәләләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватовтың Алкин ҡасабаһында урынлашҡан зенит-ракета, 12-се айырым инженер бригадаһы хәрби частарында хәрбиҙәрҙе ҡабул итеү барышында күтәрелде. Шулай уҡ Баш федераль инспектор һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың йәшәү шарттары менән танышып, казармаларҙа, аш әҙерләү бүлмәһендә булды.