Берҙәмлеккә ни етә!28.02.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу саралары тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ул 2025 йылға тиклемге осорҙа Рәсәй дәүләт милли сәйәси стратегияһын тормошҡа ашырыу маҡсатын ҡуя.
Указға ярашлы, республиканың Мәҙәниәт министрлығына 2015 йылдың 1 июленә тиклем “2016 – 2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫеше” дәүләт программаһын эшләргә ҡушылды. Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына быйыл 1 октябргә тиклем 2025 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәси стратегияһын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән муниципаль программалар ҡабул итергә тәҡдим яһалды.
Шулай уҡ республикала дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы быйыл апрелдә Өфөлә республика Халыҡтары ассамблеяһының III съезын үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.