Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!27.02.2015
Ҡәҙерле дуҫтар!
Гәзитебеҙ ойошторған “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһының быға тиклем дә әүҙем барғанын яҡшы беләһегеҙ. Хәҙер ул, күптәрҙең Интернет менән эш итеүен иҫәпкә алып, “Бәйләнештә” социаль селтәре аша эстафета рәүешендә лә дауам итә. Йәғни бер коллектив 2015 йылдың икенсе яртыһына “Башҡортостан” гәзитенә яҙыла һәм рухи эстафетаны икенселәргә тапшыра.
Төп шартыбыҙ шул: эстафетаны өҙөргә һәм артабан тапшырыуҙы өс-дүрт көндән дә артыҡ һуҙырға ярамай. Ғөмүмән, уны өҙөү (бигерәк тә Әҙәбиәт йылында) халҡыбыҙҙың рухиәтенә ҡул һелтәп ҡарауға бәрәбәр!
Рухи эстафета 25 июнгә тиклем дауам итә һәм уның барышы гәзитебеҙ сайтында сағылып торасаҡ. Әйткәндәй, ошо акцияла ҡатнашҡан коллективтар “Башҡортостан” гәзитенең Почет таҡта­һына индереләсәк.
Халҡыбыҙҙың яҙмышы, уның мән­фә­ғәттәре менән янып йәшәгән “Башҡорт­остан” гәзите – һәр башҡорт­тоң рухи паспорты ул!
Шулай итеп, старт бирелде: үҙебеҙ, тотош коллектив менән “Башҡорт­остан”ға яҙылып, рухи эстафетаны Ейәнсура районы баш­ҡорттары ҡоролтайы ағзаларына тап­шырғайныҡ. Уларҙан һөйөнөслө хәбәр алдыҡ.
Рәшит Ғәлиулла улы ИҘРИСОВ, Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
– “Башҡортостан” гәзитенең акция­һын ихлас ҡабул иттек. Телебеҙ, иле­беҙ, халҡыбыҙ яҙмышы өсөн янып йәшәгән журналистарыбыҙҙың был изге сараһы хуплауға ғына лайыҡ. Халыҡты рухиәт туплап тора. Ошоно онотма­һаҡ ине. Сауаплы эшкә ихлас тото­найыҡ, милләттәштәр!
Әйткәндәй, беҙ ҡоролтай ағзалары менән “Башҡортостан”ға дәррәү яҙы­лып, рухи эстафетаны Йылайыр райо­ны башҡорттары ҡоролтайына тап­­шыр­ҙыҡ та инде. Ә инде ра­йоныбыҙҙа был изге эш дауам итә: эстафетаны беренсе сиратта мәк­тәптәр күтәреп алды.
Шуны хәтерҙән сығармаһаҡ ине: “Баш­ҡортостан” гәзитенә осһоҙ хаҡҡа 31 мартҡа тиклем генә яҙы­лырға була. Ашығығыҙ, туғандар!
МӨХӘРРИРИӘТ.




Вернуться назад