Хаҡ – Былтырғы кимәлдә27.02.2015
Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Рәсәй почтаһында гәзиттәрҙе таратыу өсөн хаҡ былтырғы кимәлдә ҡала. Был үҙәк һәм төбәк гәзиттәренә ҡағыла.
Улар араһында “Ведомости”, “Коммерсантъ”, “Известия”, “Российская газета”, “Комсомольская правда” һәм “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзиттәре бар. Башҡа баҫмаларҙы таратыу хаҡы былтырғы инфляцияға ҡарап билдәләнә. Ул ун проценттан да ашмаясаҡ. Рәсәй почтаһы 26 февралдән 7 мартҡа тиклем былтырғынан арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан итте.