Үҙ теләге менән27.02.2015
Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин иһә Совет ҡарары менән вазифаһынан бушатылды. Отставкаға ул үҙ теләге менән китте.
Хакимиәт башлығы вәкәләтен ваҡытынан алда туҡтатыу сәбәпле, был вазифа ваҡытлыса Вил Хафизовҡа йөкмәтелде. Вил Динил улы бығаса район етәксеһенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары булып эшләне.
Рафиҡ Мусинды республика колледждарының береһенә директор итеп тәғәйенләү ҡарала.