Ғилем иле саҡыра27.02.2015
Баш ҡаланың “ВДНХ-Экспо” комплексында “Мәғариф. Фән. Карьера” махсус күргәҙмәһе асылды.
Уҡыу-уҡытыуҙа алдынғы ысулдар, был өлкә хеҙмәткәрҙәрен өҫтөнлөклө алымдар ҡулланыуға әйҙәүҙе маҡсат итеп алған сараның ойоштороусылары – республиканың Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.
Матур йолаға әүерелгән күргәҙмәлә Башҡортостандың белем биреү мөмкинлектәре тулы сағылдырыла. Сарала Рәсәйҙең 12 төбәгенән 130-ҙан ашыу экспонент ҡатнаша. Ҡунаҡтар республикалағы ғына түгел, Екатеринбург, Ҡазан, Мәскәү, Магнитогорск, Санкт-Петербург, Һамар, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙағы юғары, урта уҡыу йорттарының тәҡдим-шарттары менән таныша ала.