Әлегәсә аныҡ хәл ителмәгән27.02.2015
Дөйөм йорт кәрәк-яраҡтарына йүнәлтелгән коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе закон нигеҙендә көйләү ҡарала. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктуралар үҫеше буйынса комитет ултырышында депутаттар әлеге мәсьәләне йәнә көн ҡаҙағына сығарҙы.
Белгестәр фекеренсә, республикала дөйөм йорт кәрәк-яраҡтарына йүнәлтелгән коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр әле булһа аныҡ хәл ителмәгән. Мәсьәлә тәү сиратта төбәктә, һуңынан иһә киңерәк масштабта, федераль кимәлдә өйрәнеүҙе талап итә. Ултырышта ҡатнашыусылар иҫәп алыу ҡоролмаларының күрһәткесен боҙғандарға штрафты арттырыу яғында. Йортҡа дөйөм иҫәп алыу ҡоролмаһын ҡуйыу тәҡдиме лә яңғыраны.



Вернуться назад