Ветерандар ҙа ҡатнашты27.02.2015
Кисә республика Парламентының сираттағы ултырышы булды. Көн тәртибендә 60-тан ашыу мәсьәлә ҡаралды, ун закон проекты һуңғы уҡыуға тәҡдим ителде. Ултырышта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм баш ҡаланың 38-се мәктәбенең X класс уҡыусылары ла ҡатнашты.

Көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләрҙе тыңлауға күсер алдынан парламентарийҙар Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдиндың 2014 йылғы йомғаҡтар буйынса сығышын тыңланы.
Һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителгән закон проекттары араһында «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Географик объекттарға атама биреү йәки үҙгәртеү тураһында тәҡдимдәр буйынса халыҡ фекерен иҫәпкә алыу, мәғлүмәт биреү һәм асыҡлау тәртибе тураһында», «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекттары бар. Тағы ла дүртәүһе буйынса эш дауам итәсәк.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар, Һайлауҙар тураһындағы, Ғаилә кодекстарына, шулай уҡ бер нисә законға үҙгәрештәр индерелде. Уларҙың барыһы менән дә тулыраҡ Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтында (www.gsrb.ru) танышырға мөмкин.
Йыйылышта ҡатнашҡан ветерандар һәм уҡыусылар сара аҙағынан һуң Башҡортостан Парламенты музейын ҡараны, депутаттар менән осрашты.








Вернуться назад