Азат Йыһаншин һеҙҙе тыңлай27.02.2015
Яҙ ишек шаҡый, тимәк, ең һыҙғанып баҫыу эштәренә әҙерләнеү мәле етте. Быйылғы сәсеү иҡтисади көрсөк хөкөм һөргән шарттарҙа үтәсәк, тимәк, игенсе ҡаты һынау тотасаҡ. Орлоҡ, техника, ашлама, ахыр килеп, механизаторҙар етәме? Импорт ризыҡҡа алмашты (ҡыяр, помидор, алма, картуф һ.б.) үҙебеҙҙә күпләп үҫтерә аласаҡбыҙмы?
Ә малсылыҡта һынылышҡа өмөт итеп буламы? Ғөмүмән, ауыл хужалығы тармағында бөгөн эштәр торошо нисек?


3 мартта көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 1-се яртыға тиклем үткәреләсәк «тура бәйләнеш»тә гәзит уҡыусылар Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Салауат улы ЙЫҺАН­ШИН­ҒА үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр буйын­са мөрәжәғәт итә ала.
Һорауҙарҙы алдан уҡ гәзиттең электрон почта­һына ([email protected]) ебәрергә йәки 272-42-83 телефонына шылтыратып әйтергә мөмкин. Ә инде «тура бәйләнеш» уҙғарылған көндә һәр кем Азат Салауат улы менән туранан-тура ошо телефондар аша аралаша ала: 272-75-30, 272-05-43.


Вернуться назад