– Ҙурайғас, уҡытыусы булам!
– Ауыр эштер ул, ҡурҡмайһыңмы?
– Ә мин уны кинәнесле шөғөлгә әйләндерермен: балаларҙы яратырмын, иғтибарлы, яғымлы булырмын – һәр көнөм байрамдай үтер...Ике баланың ошолай ихлас һөйләшеүенән башланды күркәм сара. Шик юҡ: яныбыҙҙа яратҡан хеҙмәтен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған, унан йәм табып, сәм алып, һәр көнөн кинәнес тойоп үткәргән уҡытыусылар барҙа, изге хыял тормошҡа ашмай ҡалмаҫ.
Педагогтарҙың һөнәри оҫталыҡҡа ярышы ла йылдан-йыл күркәмерәк, эшлеклерәк төҫ ала бара. “Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы” конкурсында был айырыуса асыҡ сағыла. Быйылғы бәйге лә таланттарға, ижади асыштарға бай булды.
– Конкурста 55 педагог көс һынашты, – тине ярышты йомғаҡлау тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. – 19 йыллыҡ тарихында һөнәри бәйге меңдәрсә талантлы, һәләтле уҡытыусыны асты. Ярыштың мәғариф тармағындағы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Быйылғы конкурстың үҙенсәлектәре лә бар: әйтәйек, уҡытыусылар һәм ата-әсә берлектә “түңәрәк өҫтәл” ойоштороп, унда мәктәп менән ғаилә араһындағы бәйләнеште нығытыу юлдарын эҙләне, шулай уҡ бәйгеселәр Әҙәбиәт йылы уңайынан яратҡан шиғырҙарын һөйләне.
Тантана йыр-бейеү, сығыштар менән аралаштырылып алып барылды. Төрлө номинацияларҙа еңгән уҡытыусыларҙы тәбрикләгәндән һуң еңеүселәрҙе билдәләү мәле етте.
Тулҡынланып көткән ваҡиғаның һөҙөмтәһе шундай: М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Айгөл Игелекова баш ҡаланың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып танылһа, 21-се лицейҙан Айҙар Әхмәтйәнов – урыҫ теле һәм әҙәбиәте, 24-се мәктәптән Зәбирә Раянова татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында алдынғылыҡты бирмәне.
Ә “Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2015” исеменә 58-се лицейҙан Римма Ронжина лайыҡ булды – еңеүсегә автомобиль асҡысы тапшырылды.