“Был манара таш нигеҙгә түгел,
Башҡорт һөйәгенә ултырған”.
Рауил Бикбаев.
Билдәле булыуынса, Ырымбур генерал-губернаторы В.А. Перовский 1836 йылдың 20 апрелендә башҡорт һәм мишәр кантондары етәкселәренә ҡалала Башҡорт йәмәғәт йорто йәки Каруанһарай төҙөргә ҡарар итеүен белдерә. Ни өсөн тигәндә, хәрби эш буйынса Башҡортостандан килеп йөрөгән кантон етәкселәренә, уларҙың ярҙамсыларына ҡалала туҡтарлыҡ урын булмай. Әйткәндәй, В.А. Перовский башҡорттарға ҡарата айырыуса ихтирамлы булған, сөнки 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында беҙҙең ата-бабалар ҙур батырлыҡтар күрһәткән. Бородино һуғышы яланында яраланған килеш француздарға әсиргә эләккән һәм Парижда төрмәлә ултырған В.А. Перовскийҙы тап беҙҙең һыбайлыларҙың тотҡонлоҡтан азат иткәне билдәле. Башҡорттар уға ҙур хөрмәт менән ҡарай, хатта “Перовский” тип аталған киң билдәле бейеү ижад итә.
Каруанһарай, данлыҡлы архитектор А.П. Брюлловтың проекты буйынса көнсығыш-азиат стилендә төҙөлөп, тирмәле башҡорт ауылын хәтерләтергә тейеш булған. Комплекста ғәскәр етәкселегенә, башҡорт, мишәр хәрбиҙәренә ҡунаҡхана, уларҙың балаларын төрлө һөнәрҙәргә уҡытыу өсөн мәктәп, шулай уҡ мәсет һәм уның тирә-яғында баҡсалар урынлаштырыу планлаштырылған. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡы тарафынан иғәнә йыйылған, төҙөлөштә меңәрләгән милләттәшебеҙ ҡатнашҡан. Әйткәндәй, 1838 йылда ғына майҙан октябргә тиклем 4 861 атлы, 2 307 йәйәүле кеше эшләгән. 1846 йылдың 30 авгусында Каруанһарай тантаналы асылған. Уның хөрмәтенә үткәрелгән байрамда 25 саҡрым алыҫлыҡҡа ат сабыштырыу һәм көрәш ойошторолған.
Әммә 1865 йылда Башҡортостанда кантондар бөтөрөлә, башҡорт ғәскәре тарҡатыла, һәм башҡорттар хәрбиҙән ябай граждан ҡатламына күсерелә. Ошонан башлана ла инде милләттәштәребеҙҙең үҙе төҙөгән Каруанһарайға бәйле михнәттәре. Комплекс губернатор кәнсәһенә һәм башҡа ҡайһы бер ойошмаларға тапшырыла. Шул замандағы генерал-губернатор Н.А. Крыжановский Каруанһарай мәсетен икенсе ергә күсертергә тырыша, йәнәһе, хөкүмәт учреждениелары эшенә дини бина уңайһыҙлыҡтар килтерә. Бының менән риза булмаған мосолмандар 10 мең ҡултамға йыя. Эштә айырыуса Өфө губернаһына ҡараған Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре халҡы әүҙемлек күрһәтә.
1917 йылғы революцияһынан һуң башҡорт зыялылары Каруанһарайҙы халыҡҡа ҡайтарыуҙы талап итә башлай. Ошо мәсьәлә буйынса дәүләттең юғары органдарына мөрәжәғәт итеп, ыңғай яуап алалар. Һөҙөмтәлә Каруанһарайҙа Башҡорт үҙәк шураһы, педагогия институты (һуңынан ул техникумға үҙгәртелә) асыла. Ләкин Ырымбур ҡалаһы етәкселәре башҡорт ойошмаларын Каруанһарайҙан нисек тә ҡыҫырыҡлап сығарырға маташа һәм маҡсатына өлгәшә.
Педагогия техникумы 1936 йылда Темәскә күсерелә. Каруанһарайҙа иһә хәрбиҙәр урынлаша. Бинаны 1960 йылдан ошоғаса геология идаралығы биләй. Мәсеттә 1954 йылда планетарий ойошторолған.
СССР-ҙағы тоталитар режим ваҡытында Каруанһарай тураһында бер һүҙ ҙә ҡуҙғатып булмай. Тик 80-се йылдар аҙағында, илдә демократик һәм милли хәрәкәттәр башланған осорҙа, бинаны үҙ хужаһына – башҡорт халҡына – кире ҡайтарыу йәһәтенән эш башланды. Ләкин һаман да ныҡлы алға китеш юҡ, бары мәсет кенә мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә бирелде. Әле уның имам-хатибы – Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе булып эшләп киткән Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев. Ул яҡташтары менән һаман да тығыҙ бәйләнештә. Уҙған йыл аҙағында райондың дин әһелдәрен үҙҙәренә ҡунаҡҡа ла саҡырҙы. Шулай итеп, быйыл 45 кешенән торған делегация Ырымбурға юлланды. Сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашып, Баймаҡ районы имам-мөхтәсибе Хәмзә хажи Хафизов түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Эш ыңғай булды, әл-хәмдү лил-ләһ. Баймаҡ районында 56 мәсет бар, сәфәр алдынан уларҙың имам-хатиптарына бер иш еләндәр һәм сәлләләр тектерҙек. Беҙҙең заказды Баймаҡтағы “Фантазия” ательеһы хужабикәһе Әнисә Байрамғолова ярҙамсыһы Миләүшә Ғәлина менән тиҙ һәм сифатлы итеп үтәне. Автобус яллауҙа Баймаҡ районы хакимиәте етәкселеге ярҙам итте.
Ырымбурға килеп еткәс, беҙҙе урындағы ҡоролтай ағзаһы Ғәйфулла Агишев ҡаршы алып, Каруанһарайға оҙатты. Быуаттар дауамында башҡорттарҙың изге йорто булған, Рәсәй империяһын Көнсығыш илдәре менән бәйләп торған тарихи бинаға ҙур тулҡынланыу менән аяҡ баҫтыҡ. Мәсеттең имам-хатибы Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев бик йылы ҡаршыланы. Күмәкләп өйлә намаҙын уҡыныҡ. Түбәнге Яйыҡбай мәсете имам-хатибы, Ниғәмәт урта мәктәбе уҡытыусыһы Рауил Хәсәнов менән икәүләп ҡурайҙа “Урал” көйөн – башҡортобоҙҙоң гимнын – уйнаныҡ.
Төштән һуң ҡала буйлап экскурсияла йөрөгәс, Ырымбур өлкәһенең Үҙәк мәсетендә икенде намаҙын уҡыныҡ. Данлыҡлы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенең иман йортонда аҡшам намаҙын үтәгәс, ҡаланың бай музейын ла ҡараныҡ.
Икенсе көндө Ырымбур өлкәһе мөфтөйө Барый хәҙрәт Хәйруллин менән осраштыҡ. Унан аяттар уҡып, салауат әйтеп, доғалар ҡылып, мәсеттең һәм Каруанһарайҙың тарихы менән ныҡлап танышып, ҡунаҡтар китабына ҡултамғаларыбыҙҙы ҡуйып, хужаларға рәхмәттәр әйтеп, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Араның алыҫлығы һиҙелмәне лә, сөнки Ҡарамалы ауылының элекке имам-хатибы – 80 йәшен билдәләгән Ғүмәр ағай Харрасов – мөнәжәттәр башҡарҙы, уға Байыштан Салауат ағай Тажетдинов, Ишбирҙенән Вафа ағай Ғайсин, Шүлкәнән Юламан ағай Раев ҡушылды.
Изге сәфәрҙе ойошторған Хәмзә Хафизов тураһында айырым әйтеп китеү урынлы булыр. Ул 2008 йылда хаж ҡылған. Өфөләге Рәсәй Ислам университетының “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә ситтән тороп белем алған. Мерәҫ ауылына имам-хатип итеп тәғәйенләнгәс, ундағы мәсетте үҙ аҡсаһына яңыртты. Былтыр 1 ноябрҙә Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе итеп тәғәйенләнде һәм, күреүебеҙсә, вазифаһын бик изге эштәр менән башлап ебәрҙе.
Мөхтәррәм милләттәштәр, баймаҡтарҙың күркәм башланғысына беҙ ҙә ҡушылайыҡ, ата-бабабыҙ тирен, хатта ҡанын түгеп эшләгән Каруанһарайға сәфәрҙәр ҡылайыҡ, тупһаһына саң ҡундырмайыҡ. Йорттоң үҙ хужаһына – башҡорт халҡына – ҡайтарылырына ышанайыҡ, шуның өсөн көрәшәйек. Әйткәндәй, Сибай башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм ҡаланың тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллективтары яҡын арала Каруанһарайға сәфәр ҡылыу тураһында килеште.
Ирек БИКМӘТОВ,
Сибай башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Мерәҫ ауылының почетлы гражданы.