Белеү файҙалы27.02.2015
l 2014 йылдың 31 декабренән милекте теркәү һәм күсемһеҙ милеккә кадастр иҫәбе ваҡыты 18 календарь көндән 10 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартылды. Шулай итеп, хәҙер фатирҙарҙы, өйҙәрҙе, ер участкаларын күпкә тиҙерәк теркәтергә мөмкин.
l Быйылғы 1 ғинуарҙан коммуналь хеҙмәттәр өсөн, иҫәп приборҙарын файҙаланмайынса, норматив буйынса түләү отошло түгел. Рәсәй Хөкүмәте техник мөмкинлектәре булып та счетчик ҡуймағандар өсөн юғары коэффициент билдәләй. Єле ул 1,1 булһа, 1 июлдән – 1,2, 2016 йылдың 1 ғинуарынан – 1,5, 2017 йылдың 1 ғинуарынан 1,6 процент тәшкил итәсәк. Тимәк, фатирҙарында счетчик булмағандар әле – 10, июлдән – 20 процентҡа, артабан тағы ла күберәк түләйәсәк.