Ышаныслы ярҙамсыбыҙ27.02.2015
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында үҙеңде ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауға яуап табырға мөмкин. Ул – мәғариф тармағында эшләгәндәрҙең иң ышаныслы ярҙамсыһы.

Журналды тәү тапҡыр 33 йыл элек ҡулыма алғай­ным. Башҡорт дәүләт университетындағы филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлегендә уҡыған саҡта төркөмөбөҙ кураторы Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов һәр беребеҙҙән баҫмаға яҙылыуҙы талап итә торғайны. Уны уҡып ҡына ҡалманыҡ, унда баҫылған мәҡәләләр, дәрес өлгөләре буйынса йыш ҡына фекер алыша инек. Мәктәптә эшләй башлағас, яҙмалар асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар уҙғарыуҙа ҙур ярҙамсы булды. Аҙаҡ журнал биттәрендә үҙемдең дә төрлө темаға яҙылған шиғырҙарым, байрамдар өсөн сцена­рийҙарым баҫылып сыҡты.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” – республикабыҙ пе­дагог­тарының фекер алышыу майҙансығы. Журнал мәғариф тармағындағы үҙгәрештәр, яңылыҡтар, төрлө ҡала һәм райондағы хеҙмәттәштәребеҙҙең эше менән ваҡытында таныша барыу мөмкинлеген бирә. Һуңғы йылдарҙа уның йөкмәткеһе тағы ла байыны. Өҫтәүенә уҡытыусылар араһында конкурстар ойошторола башланы, еңеүселәрҙе редакцияға саҡырып бүләкләү күркәм йолаға әүерелде. Ижади бәйгеләр тираждың артыуына йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Әйткәндәй, миңә лә 2013 йылда уҙғарылған конкурста I урынды яулау бәхете тейҙе.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” аша хеҙмәттәштәрҙең шиғырҙары, нәҫерҙәре менән таныша алыу ҙа – ҙур бәхет. Журналдың үҙенә лә ижади уңыштар юлдаш булыуын теләйем. Уҡытыусыларҙы хәстәрлектән айыр­ма­ған баҫманың тырыш коллективына ҙур рәхмәт!

Миңзәлә ХӘЛИЛОВА,
Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.





Вернуться назад