Пирамидаларҙан һаҡ булығыҙ!25.02.2015
Финанс пирамидаһы – граж­дандарға йәлеп ител­гән аҡсаһы өсөн ҙур процент түләргә вәғәҙә итеп, айырым кешеләрҙең алдашыу юлы менән байығыуы.

Пирамидаларҙың үҙенсәлектәре

Баҙарҙағы уртаса күрһәткестән байтаҡҡа юға­рыраҡ табыш вәғәҙә итеү.
Килемде арттырыу гарантияһын биреү.
Ысын тауарҙың йәки хеҙмәттең булмауы.
Атамаһында, рекламала, иғландарҙа билдәле компанияларҙың исемен һәм фирма символи­каһын ҡулланыу.
Компанияның үҙ-үҙен көйләүсе ойошма ағзалары иҫәбенә инмәүе.
Төп компания теркәлгән ерҙән йыраҡ урынлашыу.
Ҡануниәт менән билдәләнеүгә ҡарамаҫтан, лицензияның булмауы, сит лицензияны йәки баш­ҡа эшмәкәрлек өсөн бирелгән лицензияны күрһәтеү.

Һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ

Компания хаҡында мөмкин тиклем күпте бе­лергә тырышығыҙ. Бының өсөн иң ҡулай сара – Интернет. Рәсми сайттың булмауы үҙе үк шик тыу­ҙырырға тейеш. Сайт бар икән, унда төп офис хаҡында мәғлүмәт мотлаҡ күрһәтелергә тейеш. Һеҙ йәшәгән төбәктә ойошманың вәкиллеге бу­лыу-булмауын шылтыратып белешегеҙ.
Компанияға “инеү иғәнәһен” һәм башҡа шикле хеҙмәттәр өсөн аҡса түләмәгеҙ. Документтарҙы иғтибар менән уҡып сығығыҙ.

Финанс пирамидаһына
хас сифаттар


Ойоштороу документтарын һәм финанс мәғлү­мәттәрен йәшереү: финанс һөҙөмтәләре тура­һын­дағы отчетты баҫтырып сығармау.
Компанияның үҙ эшмәкәрлеген – аҡсаның ҡайҙа урынлаштырылыуын иҫбатлай алмауы, быны тикшереү өсөн мәғлүмәт бирмәүе.
Ниндәй ҙә булһа иғәнә индереүҙе – “документ­тарҙы тултырған, уҡытҡан йәки семинарҙа ҡат­нашҡан өсөн” аҡса түләүҙе талап итеү. Ҡағиҙә булараҡ, был иғәнә пирамиданы ойошто­роусы­ларҙың төп килемен тәшкил итә.
Кешегә “фатир, машина, дача һатып алыу, уҡыу өсөн аҡса йый” тип көндәлек ихтыяждарына һылтаныу.
Психикаға баҫым яһау.
Һәр клиентҡа, ҡатнашыусыға, “партнер”ға яңы инвесторҙар йәлеп итеү тәҡдиме яһау. Програм­маға кешене йәлеп иткән өсөн өҫтәмә аҡса вәғәҙә итеү.

Һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ

Финанс баҙарында эшләгән ойошма түбәндәге документтарҙы йәшермәҫкә тейеш:
– ойошманың уставын һәм уға индерелгән үҙгәрештәрҙе;

Әгәр ойошма сәбәп табып, документтар менән таныштырыуҙан баш тарта икән, шикләнергә урын бар.
Килешеүҙең өлгөһөн биреүҙе һорағыҙ һәм белгес менән кәңәшләшегеҙ. Аңлашылмаған һорау тыуһа, уға ҡул ҡуйырға ашыҡмағыҙ.
Законһыҙ эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе асыҡлаһағыҙ – Рәсәй Банкына йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрә­жәғәт итегеҙ.



Вернуться назад